

Һалым кодексына тейешле төҙәтмәләр 2022 йылдың 1 декабрендә үҙ көсөнә инде.
Ведомствоға ебәреү өсөн ғаризаға көсәйтелгән квалификацияһыҙ электрон ҡултамға ҡуйыу талап ителә. Уны «Госключ» мобиль ҡушымтаһында бушлай булдырырға мөмкин.
ИНН таныҡлығы ла һалым органының электрон ҡултамғаһы менән нығытыласаҡ һәм Дәүләт хеҙмәттәре менән ҡулланыусының шәхси кабинетында PDF-документ рәүешендә урынлаштырыласаҡ.
Һалым органына ҡағыҙ документ алыу өсөн мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй - Дәүләт хеҙмәттәре аша алынған электрон таныҡлыҡ ҡағыҙ документҡа тулыһынса тиңләштерелә. Шулай уҡ, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында онлайн ғаризаны түбәндә күрһәтелгән сервистар аша бирергә мөмкин:
«Рәсәй Федерацияһы биләмәһендәге һалым органында физик берәмекте иҫәпкә ҡуйыу» сервисы https://service.nalog.ru/zpufl/
«Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» сервисы https://lkfl2.nalog.ru/lkfl/login.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан