Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Декабрь 2022, 10:56

Тағы бер пансионат буласаҡ

Урыны - Кушнаренко районының Ҡаңлы ауылы.

Тағы бер пансионат буласаҡ
Тағы бер пансионат буласаҡ

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында Кушнаренко районының Ҡаңлы ауылында дәүләткә ҡарамаған пансионат төҙөү тураһында концессион килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Инвестор булып “Доверие-Кушнаренково” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге – коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма сығыш яһай. Проектҡа ярашлы, өҫтәмә рәүештә егермегә яҡын эш урыны булдырыласаҡ. Концессион килешеү срогы – 40 йыл.

– Яңы социаль объект өсөн элек ябылған мәктәпте үҙгәртеп ҡороу барышында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм асыҡ мөхит булдырыу өсөн бөтә нормативтар күҙәтеләсәк. Иң мөһиме - пансионаттар төҙөү тәжрибәһе күрһәтеүенсә, ауыл үҙе йәнләнәсәк, икмәк еҫе аңҡыған цех асыласаҡ, ауыл кешеләре лә хеҙмәтләндереләсәк физиотерапия бүлексәһе эшләйәсәк, ауылдаштар менән берлектә дөйөм саралар үткәреләсәк, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Килешеү шарттары буйынса, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн дәүләт милкендә булған күсемһеҙ милек объекттары һәм ер участкаһы бөтә срокка бушлай файҙаланыуға тапшырыла. Пансионат асылғандан һуң йыл һайын стационар рәүешендәге социаль хеҙмәттәргә мохтаж граждандарға социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн 3,9 миллион һум күләмендә субсидия биреләсәк. Һүҙ бында дәүләт тарафынан өлөшләтә дотацияланасаҡ койка-урындар тураһында бара. 36 урындың 23-ө министрлыҡ тарафынан тәьмин ителәсәк. Ҡалған 13 урын - коммерция нигеҙендә.

Инвестиция средстволарының сығымы ҡапланыуы өсөн яҡынса 12 йыл кәрәк буласаҡ, тип күҙаллана. Алдағы ике йылда концессионер объектты үҙгәртеп ҡороу, ҡорамалдар алыу, бинаны файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт алыу эштәре менән булышасаҡ. Үҙгәртеп ҡороу эштәре тамамланғандан һуң социаль объект майҙаны 456 квадрат метрға артасаҡ һәм 779 квадрат метр тәшкил итәсәк. Инвестор проектҡа һалынсаҡ сумманы 20,1 миллион һум күләмендә тип баһалай, 8,1 миллион һумы – үҙенеке, алты миллион һумы – грант иҫәбенә һәм шунса күләмдәге аҡса – заем средстволары.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Рәсәйҙә өлкәндәр өсөн пансионаттар төҙөгәндә дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмын тормошҡа ашырған тәүге төбәк булды. 2017 йылда Мишкә районының Ирсай ауылында 25 урынлыҡ дәүләткә ҡарамаған пансионат асылды.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/19861

https://bashgazet.ru

 

Автор:
Читайте нас в