Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2023, 10:31

Яугирҙәр салфетка, шәм, фонарь һорай

Башҡортостан Башлығының хәрби хеҙмәткәрҙәр менән эш итеү буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов алғы һыҙыҡта иң беренсе нимәләр кәрәклеген белдереп, посылкаларҙа яҙыуҙарҙы дөрөҫ тултырырға өйрәтте.

Яугирҙәр салфетка, шәм, фонарь һорай
Яугирҙәр салфетка, шәм, фонарь һорай

Әбйәлил районынан ирекмән Рәзинә Әғзәмова белдереүенсә, ошо көндәрҙә төбәктә эш сәфәре менән Башҡортостан Башлығының хәрби хеҙмәткәрҙәр менән эш итеү буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов булып киткән. Ул хәрби оҫталыҡ турнирын ҡарай, тыуған ерендә отпускыла булған хәрбиҙәр, райондың хәрби туғанлыҡ вәкилдәре менән осраша.

"Төштән һуң Алик Финзир улы район ирекмәндәре менән аралашты. Беҙ уның һалдаттарыбыҙҙың алғы һыҙыҡтағы тормошо, уларҙың көнкүреше тураһында һөйләгәнен ауыҙыбыҙҙы асып тыңланыҡ, башҡорт яугирҙәрен иң яҡшылар тип иҫәпләүҙәрен һәм республика тарафынан беҙҙең һалдаттарға күрһәтелгән гуманитар ярҙамды күреп, башҡа төбәк вәкилдәренең көнләшеүе тураһында ишеттек. Ысынлап та, Башҡортостандан ебәрелгән бал менән егеттәрҙе күмеп тигәндәй ташлағанбыҙ, йылы ойоҡбаштар ҙа артығы менән – беҙҙекеләр уларҙы башҡа батальон һуғышсылары менән дә уртаҡлашҡан.

Шулай ҙа ирекмәндәр Алик Финзир улынан махсус хәрби операция зонаһына тәү сиратта нимәләр ебәрергә кәрәклеген белеште. Уның әйтеүенсә, гигиена саралары бик кәрәк: һыу етешмәү шарттарында дымлы салфетка – иң кәрәкле әйбер, уның ярҙамында һуғышсылар иртән "йыуына", ашағандан һуң һауыт-һабаһын һөртә, ҡулдарын да көнө буйы таҙалап тора.

Ҡулдан яһалған шәмдәр (парафин тултырылған һәм бауҙан филтә яһалған консерва банкалары), маңлай фонарҙары, эре әйберҙәрҙән – бензобысҡылар, бензогенераторҙар һәм мотлаҡ уларға ике йәки дүрт тактлы двигателдәр өсөн май кәрәк (булмағанда яугирҙәр уларҙы башҡа майҙар менән алмаштыра, ләкин шул арҡала генераторҙар тиҙ сафтан сыға). Шунһыҙ квадрокоптерҙарға ла, башҡа төрлө приборҙарға ла көс йыйҙырып булмай, көнкүрештә лә уларһыҙ ситен.

Эсәр һыуға, әлбиттә, ҡытлыҡ, әммә уны меңәрләгән саҡрымдан алып барыу маҡсатҡа ярашһыҙ. Фронтта аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү яйға һалынған, ләкин башҡорт яугирҙәре тыуған өйөнән милли ризыҡтар көтә: йылҡы һәм ҡаҙ итен, ҡорот, талҡан, сәксәк, ҡаҡты һағына, көнбағыш та тынлыҡ минуттарында окопта ваҡытты үткәрергә ярҙам итә. 

Матди булмаған ҡиммәттәр ҙә ҙур роль уйнай – республика, район флагтары, таныш булмаған кешеләрҙән, балаларҙан хаттар, һүрәттәр (Алик Финзир улы һүҙҙәренсә, улар блиндаждарҙа, хәрби машина кабиналарына йәбештерелгән). Йәнә (быныһы айырыуса ғәжәпләндерә): яугирҙәр төлкө ҡойроҡтарына шат буласаҡ – уларҙы каскаларға беркетәләр. Шул рәүешле улар үҙҙәрен башҡорт тип таныта. "Унда һин башҡортмо, русмы әллә татармы, Башҡортостандан икәнһең – барыһы ла башҡорт һанала; Татарстан яугирҙәре шулай – татарҙар; Сыуашстандыҡылар – сыуаштар", – тине Алик Камалетдинов.

Ҡунаҡ исемле посылкалар тураһында һорауға ла яуап бирҙе. Баҡһаң, тышына дөрөҫ яҙылмаған адрес посылканы әллә ҡайҙа алып китә ала. Ябай ҡағиҙә: адрес в/ч – хәрби часть һүҙенән һәм уның номерынан башланырға тейеш, һуңынан полк, батальон, рота яҙыла. Яҡынығыҙҙың исем-шәрифе һәм "позывной"ы ла булырға тейеш: "позывной" ғына яҙылһа, биш-алты "Ыласын", "Бабай" йәки "Башҡорт" ҡушаматлылар араһынан адресатты эҙләргә тура киләсәк ("позывной"ҙар йыш ҡына ҡабатлана)", – тип яҙған Рәзинә Әғзәмова.

Ысынлап та, былар – бик кәрәкле мәғлүмәт. Уны таныштарығыҙға, туғандарығыҙға таратығыҙ, дуҫтар!

Фото: https://vk.com/id98212548

bashgazet.ru

Яугирҙәр салфетка, шәм, фонарь һорай
Яугирҙәр салфетка, шәм, фонарь һорай
Автор:
Читайте нас: