Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2023, 10:21

Яҡты хистәр бүләк иттеләр

Билдәле артистар Бишбүләк үҙәк район дауаханаһында сығыш яһаны

Яҡты хистәр бүләк иттеләр
Яҡты хистәр бүләк иттеләр

Бишбүләк район үҙәк дауаханаһында hәр кемде ғәжәпләндереп, бик йәнле осрашыу үтте. Өфө артистарының алты кешенән торған кескәй генә мобиль труппаһы медицина хеҙмәткәрҙәрен сәғәт  ярым концерт hәм арттерапия буйынса мастер-класс менән һөйөндөрҙө. «Күңел табиптары», үҙҙәренең оригиналь исемен тулыһынса аҡлап, көсөргәнешле эш көнөнән һуң табиптарға hәм урта медицина персоналына уңай кәйеф бүләк итте. Труппа составында Рәсәйҙең, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфөнөң Почетлы гражданины Нәзифә Ҡадирова, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының халыҡ hәм атҡаҙанған артистары Ғәли Алтынбаев, Зөлфиә Ҡудашева, сәхнә оҫталары бүлеге рәйесе Рәмил Баҙамшин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинова, популяр йырсы, композитор hәм музыкант, барлыҡ тынлы уйын ҡоралдарында тиерлек  уйнаусы hәм хәрби дирижер дипломына эйә булған Ришат Рәхимов бар ине. Был инде уларҙың 33-се, ләкин яңы 2023 йылда беҙҙең үҙәк район дауаханаһында талантлы сәнғәт оҫталарының аҡ халатлы кешеләр алдында беренсе сығышы булды. Улар үҙҙәренең гастролдәрен коронавирус пандемияһы тамамланғандан һуң 2022 йылдың 1 авгусында башлай hәм 2023 йылдың 31 июненә ҡәҙәр дауам итәсәк, республиканың күп кенә медицина учреждениелары коллективтары алдында сығыш яһап, уларҙың кәйефен күтәреп hәм ҡанатландырып торасаҡ.

— Барыһы ла иҫ киткес йылы үтте, бер һулышта. Хеҙмәткәрҙәр артистар менән бергә дәртле халыҡ бейеүҙәренә hәм йырҙарына ҡушылды. Психолог hәм бумала оҫтаһы Раушания Бәҙретдинова хеҙмәткәрҙәрҙе бер сәғәт  эсендә профессиональ дәрәжәлә гуашь hәм акварель буяуҙары менән пейзаж эшләргә өйрәтте. Концерт эш аҙнаһына тура килһә лә, залды кеше менән тултырыу ауыр булманы. Хеҙмәткәрҙәр эштән һуң ҡалды hәм ысын күңелдән ял итә алды, — тип билдәләп үтте Бишбүләк үҙәк район дауаханаһы сәләмәтлек һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе  Флүр Дәүләтшин. — Минеңсә, был бик уңышлы проект Башҡортостан Республикаһы гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Республика Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы, «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» порталы, сәхнә оҫталары берлеге ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла. Йыл дауамында артистар республиканың 66 медицина ойошмаһында булырға ниәйтләй.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотолары.

Автор:
Читайте нас: