Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2023, 14:37

Ҡышҡы өмәләр

Аҙнай ауылының Булат Имашев урамында йәшәүселәр Өйәҙе йылғаһының тирә-яғын таҙартҡан.  

Ҡышҡы өмәләр
Ҡышҡы өмәләр

Өмә үткәреү – элек-электән килгән матур йолаларҙың береһе. Беҙҙә өмәләрҙе, ғәҙәттә, ҡарҙар иреп, ер асылыу менән үткәрә башлайҙар. Ә бына Аҙнай һыуыҡтан ҡурҡып томайынса үткән шәмбәлә өмәгә сыҡҡан. Булат Имашев урамында йәшәүселәрҙән бер төркөм Өйәҙе  йылғаһының тирә-яғын ауған ағастарҙан һәм башҡа төрлө сүп-сарҙан таҙартҡан.

Һуңғы йылдарҙа һәр ерҙә йылға буйҙарында ҡондоҙҙар (бобр) бик үрсене һәм улар ауҙарған ағастарҙан йылғала тығындар барлыҡҡа килә. Өйәҙегә ауған ағастар һәм башҡа төрлө сүп-сар йылғаның ағышын тотҡарлай һәм яҙғыһын һыу баҫыу ҡурҡынысы арта. Бына шундай аяныслы хәл булмаһын өсөн ауылдың активистары эшкә сыҡҡан да инде. Рәшит Миһранов, Даһи Шөғәйепов, Әлфәрит Вәхитов һәм Рәмил Сәүбәнов үҙҙәренең “Дружба” бензобысҡыһы менән ағастарҙы киҫеп ауҙарған һәм уларҙы тураҡлаған, ә Тәнзилә Шөғәйепова, Наталья Сәлимова, Фәйрүзә Вахитова, Зинфира Шәймәрҙәнова, Фәнзилә Иҫәнғужина, Фәнисә Камаева ағас ботаҡтарын бер урынға ташып өйгән. Бындай изге эштән мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалмаған, дәрестән һуң Айгиз Сәлимов һәм Ратмир Шәймәрҙәнов та өлкәндәргә ярҙамға килгән. Һуңынан ҡар өҫтендәге сатыр-сытыр өйөмөн яндырғандар. 

- Был урында яҙғы ташҡын ваҡытынан ҡалған ағастар ҙа хәтһеҙ, башҡа төрлө сүп-сар ҙа етәрлек ине. Тамырынан ауған ике йыуан ағасты бысҡы менән киҫеп, турап өйөп ҡуйҙыҡ, кәрәк кеше уны утынға алып ҡайта ала. Ҡыҫҡаһы дөйөм көс менән файҙалы эш башҡарҙыҡ, - ти өмәлә ҡатнашыусы Рәшит Миһранов.   

Күмәк эштән һуң, тирә-яҡ таҙарып, матурланып ҡалған. Ә ҡышҡыһын  ҡар өҫтөндә янған усаҡ янында ҡайнар сәй эсеүҙән дә күңеллеһе юҡтыр. Бына шулай изге эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кем ҡәнәғәт  булып, өйҙән алып килгән тәмле ризыҡтар менән һыйланған.    

Ләйлә ҒҮМӘРОВА әҙерләне.  

Фәнисә Камаева һәм Фәйрүзә Вафотолары.

 

Ҡышҡы өмәләр
Ҡышҡы өмәләр
Ҡышҡы өмәләр
Ҡышҡы өмәләр
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: