Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ғинуар 2023, 15:59

Беҙҙең заман геройҙары

Айыт урта мәктәбендә уҙған осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Беҙҙең заман геройҙары
Беҙҙең заман геройҙары

Батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ... Кешеләр был һүҙҙәргә hәр ваҡыт иң ҡиммәтлеһен лeрен һалған. Изгелек, кешене яратыу, Ватанды һөйөү hәр заманда ла баһалап бөтөргөһөҙ булған. Кешенең башҡарған эштәре эҙһеҙ үтмәй. Бөгөн батырлыҡ hәм ныҡлылыҡ өлгөләрен Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәсәй армияһы хәрбиҙәре күрһәтә. Беҙҙең заман геройҙары үҙ бурыстарын үтәгәндә, ғүмер менән үлем араһындағы хәлдәргә — кешенән батырлыҡ, ә ҡай?ы берҙә ысын батырлыҡ талап иткән хәлдәргә эләгә. Уларҙың ҡайһы берҙәре үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, иптәштәрен, тыныс халыҡты яҡлай, батырлыҡ ҡыла. Халҡыбыҙ ир-ат йорт һалырға, ағас ултыртырға, ул үҫтерергә тейеш, ти. Уларҙың кyбеһе быны эшләргә өлгөрмәне hәм инде бер ҡасан да өлгөрмәйәсәк.

Мәктәптә яңы эш аҙнаһы  «Беҙҙең заман геройҙары» тигән тантаналы сара менән башланды. 26 сентябрҙән 19 ғинуарға ҡәҙәр Украинала булған hәм ике аҙнаға ялға ҡайтҡан Ҡаныҡай ауылынан 25 йәшлек батыр, фиҙәкәр һалдат Фаил Ҡасимов менән  осрашыу булды. Ул уҡыусыларға мәктәп йылдары, хәрби хеҙмәте тураһында һөйләне. Осрашыу әңгәмә формаһында уҙҙы. Балалар уға бик кyп һорауҙар бирҙе, мәҫәлән, һуғыштар тынып торған арала ваҡыттарын нисек yткәрәләр hәм ундай ваҡыт буламы, туҡланыу hәм йәшәү шарттары ниндәй, уға ниндәй һуғышсан заданиелар башҡарырға тура килгән, мобиль телефон менән йыш ҡулланғанмы, Бөйөк Ватан һуғышы бөгөнгө һуғыштан нимәһе менән айырыла, хәрби комиссариатҡа саҡырғанда, ниндәй хистәр кисергән, тыныс халыҡтың уларға ҡарата мөнәсәбәте ниндәй hәм башҡа һорауҙарға ул бик теләп яуап бирҙе. Шулай уҡ уҡыусыларға Башҡортостандың билдәле һалдаты Фәнис Хөсәйенов тураһында Элвин Грейҙың  «Һау бул» йыры менән  бергә видео күрһәттеләр. Йырҙың тулҡынландырғыс юлдары күптәрҙең  күңеленә үтеп инде. Видео бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Тыңлау hәм ҡарау ваҡытында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа иланы. Бындай егеттәр — үҫеп килеүсе быуын өсөн үрнәк, беҙҙең заман геройҙары. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең район да үҙ геройҙарын юғалтты. Беҙҙә шәфҡәтлелек, ярҙам итeргә ынтылыу, хәтер йәшәгәндә, беҙ ҙә беҙҙе яҡлаған һалдаттар, hәләк булған геройҙар иҫтәлегенә лайыҡ булырға тейеш. Беҙ уларҙы иҫтә тоторға тейеш. Сара мәктәп директоры И.Р. Шәфиҡовтың рәхмәт һүҙҙәре һәм 10 - 11 класс  уҡыусылары башҡарыуында Виктор Цойҙың «Звезда по имени Солнце» йыры менән тамамланды. Ҡунаҡты тәмле сәйй менән һыйланылар.

Ләйсән КӨҪӘПҠОЛОВА, Айыт урта мкәтәбенең уҡытыусыһы.

Фәрит ӘХМӘТЙӘНОВ  фотоһы.

svetput.ru

Беҙҙең заман геройҙары
Беҙҙең заман геройҙары
Беҙҙең заман геройҙары
Автор:
Читайте нас: