Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
1 Февраль 2023, 11:43

Мультимедиалы күргәҙмә асыла

2 февралдә Өфөнөң «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркында Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған мультимедиалы күргәҙмә асыла. Асыҡ һауалағы музейға был көндә һәр кем бушлай инә ала. 

Мультимедиалы күргәҙмә асылаМультимедиалы күргәҙмә асыла
Мультимедиалы күргәҙмә асыла

Тарих тамашасыларға хронология тәртибендә тәҡдим ителә: «Һауа блокадаһы», «Сталинград алышы», «Ҡышҡы йәшен» операцияһы, «Тацинск рейды», «Ҡулса», «Сталинградтың төньяҡ райондары өсөн алыштар», «Мамаев ҡурғаны», «Павлов йорто».

«Башинформ» агентлығына мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2 февралдә бөтәһе өсөн дә инеү бушлай. Һуңынан уҡыусылар ғына бушлай инергә мөмкин. Белешмә алыу һәм экскурсияға яҙылыу өсөн телефон: +7(347)286-60-66.

«Сталинград – Еңеү тарихы» – илдең киләсәге өсөн көрәштә совет халҡының ҡаһарманлығы символына әүерелгән ҡалаға бағышланған Бөтә Рәсәй проекты.

https://www.bashinform.ru

 2 февралдә бөтәһе өсөн дә инеү бушлай буласаҡ. Һуңынан уҡыусылар ғына бушлай инә ана. Белешмә һәм экскурсияға яҙылыу өсөн телефон: +7(347)286-60-66.

Сығанаҡ һәм фото:bash.bashinform.ru

Мультимедиалы күргәҙмә асыла
Мультимедиалы күргәҙмә асыла
Автор:
Читайте нас