

Ижтимағи палатаға сағыштырмаса ҙур вәкәләттәр бирелгән. Былар хакимиәт органдары эшсәнлеген дә, дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең сифатын да контролдә тотоу, гражданлыҡ йәмғиәтен нғытыуҙа һәм Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау мөмкинлектәре лә. Ижтимағи палата эшсәнлеге өсөн норматив база булып район хакимиәтенең 2021 йылдың 5 мартында сыҡҡан 03/106 һанлы ҡарары менән раҫланған Ижтимағи палатаны ойоштороу hәм уның эшсәнлеге нигеҙҙәре тураһындағы килешеү тора. Ижтимағи палата ағзалары — ижтимағи берләшмәләр һәм ойошма вәкилдәре, муниципалитет территорияһында эшләүсе йәмәғәтселек фекере лидерҙары — барлығы 15 кеше.
Ултырышта ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр hәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Алексей Александрович Данилов мөрәжәғәт итте. Ултырыш сиктәрендә палата эшсәнлегенең ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды hәм алдағы өс йылға эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнде. Ултырышта ҡатнашыусылар регламентты ҡабул итте, комиссиялар исемлеген hәм уларҙың етәкселәрен раҫланы. Григорий Николаевич Зиновьев бер тауыштан райондың Ижтимағи палатаһы рәйесе итеп һайланды.
Ирина ФОМИНА.
Сергей ИВАНОВ фотоһы.