

Баҡсала декоратив ел тирмәнен, ярым тyңәрәк тимер күперҙе, биҙәкле hәм түбәле ҡойоно, түбәлә ике аҡ күгәрсенде күрергә була. Гараж фронтонында бер пар аҡҡош матур булып күренеп тора. Ҡоймала — йорт хужаларының тыуған йылдарын символлаштырыусы арт аяҡтарында баҫып торған ике ат силуэты. Йорт хужаһының тирә-яҡта танылған балта оҫтаһы булған атаһы Зөфәр Зариф улы иҫтәлегенә бәләкәй генә музей ойоштороуы күптән билдәле.
Беҙ әлеге музейға 5 — 6 класс уҡыусылары менән барырға булдыҡ. Элекке оҫтахананы хәҙер танырлыҡ та түгел. Ундағы шедеврҙар — Зөфәр Сөләймановтың үҙ ҡулы менән яһалған әйберҙәре: шкаф, комод, һандыҡ, ағас конструкция биҙәктәре менән көҙгө, төрлө эш ҡоралдары, счеттар, өҫтәлдәр, урындыҡтар, балалар бишеге hәм башҡалар «хужа». Бынан тыш,тағы тимерҙән яһалғна әйберҙәр ҙә бик күп. Хеҙмeт ветераны үҙ ваҡытында алдынғы «Победа» колхозында тимерсе булып эшләгән бит. Стенала кәрәсин өсөн 10 литрлы һауытты, икмәк, бәлеш бешерy өсөн табаларҙы, төрлө инструменттарҙы күрергә була — киҫкес, бырау, ҡаҙаҡ һыуырғыс, тимер киҫеү өсөн ҡайсылар, кәтмән, табағас, бысаҡ, самауыр торбаһы, ваҡ эш башҡарыу өсөн бысҡы.
— Бында әлегә 100-ҙән ашыу экспонат тупланған, — тип һөйләй Әнүәр Зөфәр улы. — Мин уларҙы бер нисә йыл йыйҙым. Уларҙың ҡайһы берҙәре түтәлдә ер аҫтында ине. Атайымдың ҙур булмаған тимерлеге лә бар ине. Барлыҡ табылған әйберҙәр минең өсөн бик ҡәҙерле. Шуныһы ҡыуаныслы, хәҙерге балалар йыһаз, төрлө инструменттар менән ҡыҙыҡһына hәм күп һорауҙар бирә. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Әнүәр Сөләйманов музейҙа әсәһенә, хеҙмәт ветераны Мөнәүәрә Ғимазетдин ҡыҙына бағышланған мөйөш яһау мөмкинлеген тапҡан. Бында уның ҡул эштәре ҡуйылған: балаҫ, мамык шәл, һөлгөләр, мендәр, шулай уҡ «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән ҡуйы ҡыҙыл костюм. Уn мөйөштә юғары белемле рәссам-педагог Мәрүәр Зөфәр улының ҡул эштәре, уның кеймдәре, ҡайһы бер махсус ҡоралдары, үҙе яһаған портфель-дипломаты урын алған. Стенала иң яҡын кешеләренең дөйөм портреты эленеп тора.
Нурсөя ИНСАПОВА,
Риф АБЗАЛОВ.
Мәҡәләнең тулы вариантын “Яҡты юлдан” гэзитендә уҡый алаһығыҙ.