

Ошо ҡушымта аша хәл-ваҡиға тураһында тиҙ генә хәбәр итергә һәм ярҙамға саҡырырға мөмкин.
Боҙ ҡатламы һәм боҙбармаҡтар тураһында нисек хәбәр итергә кәрәклеген аңлатабыҙ:
1. Ҡушымтаны асығыҙ һәм теркәлегеҙ
2. Бинаның аныҡ адресын күрһәтегеҙ һәм «SOS» тигән ҡыҙыл төймәгә баҫығыҙ
3. Мөрәжәғәттең асылын тасуирлағыҙ (мәҫәлән, «балконды боҙ ҡатламынан таҙартырға кәрәк»)
4. Фото- йәки видеоматериалды беркетеп, «саҡырыуҙы раҫларға» төймәһенә баҫығыҙ
Ҡушымтала тағы ниндәй файҙалы опциялар барлығына иғтибар итегеҙ:
✔ Ашығыс хәл килеп тыуған осраҡта - һеҙҙең ҡайҙа булыуығыҙҙы беләсәктәр
✔ Ҡушымта аша ашығыс хеҙмәт саҡыртҡанда - диспетчер һеҙҙең профилдәге мәғлүмәттәрҙе, телефон номерын күрәсәк һәм ҡайҙа булыуығыҙҙы аныҡ билдәләйәсәк
✔ Саҡырыу карточкаһына ваҡиға урынынан һүрәтләмә, фото, аудио һәм видео өҫтәргә мөмкин - улар һеҙ мөрәжәғәт иткән хеҙмәткә тиҙ һәм аныҡ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итәсәк
✔ Ғариза статусын ҡарап барырға, шулай уҡ ҡушымталағы үҙеңдең бөтә ғаризаларыңды күрергә мөмкин
✔ Туристар төркөмөн теркәргә була
- ул хәүефһеҙлек һәм кәрәк булған осраҡта ваҡытында квалификациялы ярҙам алыу өсөн кәрәк
✔ Әгәр төбәктә интернетҡа инеү йәки хәл-ваҡиғаны теркәү мөмкинлеге булмаһа, ғаризағыҙ һеҙҙең хаҡтағы геомәғлүмәттәр, исем-шәрифегеҙ һәм хәлдең тасуирламаһы менән смс-хәбәр рәүешендә ебәрелә
✔ Ҡушымтала Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының мөһим мәғлүмәттәре һәм яңылыҡтары менән танышырға мөмкин
Башҡортостанда 1500-ҙән ашыу ҡулланыусы «112» мобиль ҡушымтаһын күсереп алған да инде. Уны телефонығыҙға күсереп алыу өсөн һылтанма буйынса үтегеҙ:
Android өсөн: https://vk.cc/cloHzx
IOS өсөн: https://vk.cc/clpboB
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан