Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
13 Февраль 2023, 09:08

Коронавирус менән сирләүселәр арта

Республикала коронавирус менән сирләүселәр һанының артыуы теркәлгән. Был турала хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры хәбәр итә.

Коронавирус менән сирләүселәр артаКоронавирус менән сирләүселәр арта
Коронавирус менән сирләүселәр арта

Айрат Рәхмәтуллиндың һүҙҙәренсә, бер аҙнала коронавирус йоҡтороуҙың яңы 1554 осрағы раҫланған. Был алдағы ете көнгә ҡарағанда 63 процентҡа күберәк. Шулай уҡ төбәктә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Бер аҙнала күрһәткестәр 17,6% артҡан.

"Беҙ участка терапевына яҙылыуға ихтыяж артыуын теркәйбеҙ. Шуға бәйле табиптарҙың теҙмәһенә төҙәтмәләр индерҙек һәм уларға йөкләмәне арттырҙыҡ", - тине Рәхмәтуллин.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

ye102.ru

Коронавирус менән сирләүселәр арта
Коронавирус менән сирләүселәр арта
Автор:
Читайте нас