Дим буйҙары
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2023, 07:26

Байрам көндәрендә поликлиникалар нисек эшләй?

Билдәле булыуынса, Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан алдағы аҙнала беҙҙе дүрт көн ял көтә. Әммә медицина учреждениелары эшләүҙән  туҡтамай.

Байрам көндәрендә поликлиникалар нисек эшләй?
Байрам көндәрендә поликлиникалар нисек эшләй?

 Республика медицина учреждениелары байрам көндәрендә  түбәндәге режим буйынса эшләйәсәк:

 - 22 февраль   – эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла;              

- 23, 24, 25 һәм  26 февралдә   поликлиникалар байрам көнө графигы буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 5-кә тиклем эшләй. Көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем өйгә саҡырыуҙар  ҡабул ителә.

Был көндәрҙә коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививканы иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 5-кә тиклем эшләтергә мөмкин буласаҡ.   

Шулай уҡ 23 – 26 февралдә профилактика йәһәтенән медицина тикшереүҙәре һәм оло быуын вәкилдәрен диспансерлаштырыу ҙа үткәрелә.  

“Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы дарыуханалары  иртәнге сәғәт 10-дан эшләйәсәк.  

https://ye102.ru

Байрам көндәрендә поликлиникалар нисек эшләй?
Байрам көндәрендә поликлиникалар нисек эшләй?
Автор:
Читайте нас: