+2 °С
Болотло
Хәрби ветеран, ирекле батальондар ойоштороу штабы начальнигы Борис Гордеев әйтеүенсә, Төньяҡ Амур батальонына 50 йәше тулмаған булырға теләүселәр инәсәк, улар Росгвардия составында махсус операцияла ҡатнашырға тейеш. Даян Мурзин исемендәге отряд 50 һәм унан өлкән ир-егеттәрҙе ҡабул итергә әҙер.
Әлегә отрядтарға инергә теләгән 30-ҙан ашыу кеше мөрәжәғәт иткән.
Борис Гордеев билдәләүенсә, батальонға медицина хеҙмәктәрҙәре, хәрби тәжрибәһе булғандарҙы ғына түгел, ә хөкөм ителгән ир-егеттәрҙе лә ҡабул итергә әҙер.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар