Дим буйҙары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Март 2023, 13:13

Өфөгә Дмитрий Чернышенко килде

Вице-премьер йәш ғалимдар һәм технологик эшҡыуарҙар менән осраша    

Өфөгә Дмитрий Чернышенко килде
Өфөгә Дмитрий Чернышенко килде

Бөгөн Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко килде. Баш ҡалала вице-премьер донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең йәш ғалимдары һәм технологик эшҡыуарҙары менән осраша, “Роснефть-Өфө дәүләт нефть техник университеты” ғилми-белем үҙәгенә, Өфө фән һәм технологиялар университетының "Киләсәк моторҙары” алдынғы инженерлыҡ мәктәбенә бара.

Дмитрий Чернышенконың сәфәр программаһында – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу, Өфөнөң төп юғары уҡыу йорттарына һәм ижади киңлектәренә барыу, республикаға идара итеү үҙәге, иҡтисадтың төрлө тармаҡтары өсөн заманса һанлы ҡарарҙар менән танышыу.

Бынан тыш, Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары социаль-иҡтисади үҫеш һәм федераль округтың кураторлыҡ институты даирәһендә проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрәсәк.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: glavarb.ru

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: