Дим буйҙары
+9 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Март , 14:12

"Корона" айына 15 мең матрас етештерәсәк

Бөгөн БР Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Туймазы районында.  Ул социаль селтәрҙә матрастар етештереүсе «Корона» предприятиеһы тураһында яҙҙы.

"Корона" айына 15 мең матрас етештерәсәк
"Корона" айына 15 мең матрас етештерәсәк

 «Бер йыл элек Туймазының «Корона» предприятиеһы базаһында Рәсәйҙә тәүге мебель кластерын астыҡ. Бөгөн бында матрас етештереү линияһы эшләй башланы. Был –  компания производствоһының икенсе сираты. Етештереү күләме ҙур - айына 15 мең матрас. Был продукцияға ихтыяж ҙур, сират барлыҡҡа килгән дә инде. Цехты ойоштороуға 450 миллион һум аҡса тотонолған. Республика кредит буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн ҡаплау проектын, шулай уҡ кластерҙа ҡатнашыусылар өсөн льготалы займдар биреүҙе хупланы. Бынан тыш, инвесторға ҡорамалдар, сеймал һәм материалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапланылар. Яңы ҡеүәттәр матрастарҙың ассортиментын күбәйтергә һәм сығарыу күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Беҙҙең мебель кластеры илдә тәүгеләрҙән булып Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы реестрына инде. Бында дөйөм суммаһы 800 миллион һумдан ашыулыҡ 14 проектты ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла. Алдағы 3-4 йылда был кластер предприятиеларында 1 200-ҙән ашыу кеше эшләйәсәк.

Дөйөм алғанда, Башҡортостан сәнәғәт кластерҙары үҫешенә иғтибарҙы йүнәлтәсәк. Иҡтисадыбыҙ алдында торған саҡырыуҙар шарттарында предприятиеларҙы берләштереү импортҡа бәйлелекте кәметергә, яңы эш урындары булдырырға, продукцияны етештереүҙән уны һатыуға тиклем һөҙөмтәле логистика төҙөргә мөмкинлек бирә. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы командаһына һәм Кластерҙар һәм технопарктар ассоциацияһына республикаға ошо мөһим эштә әүҙем булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Артабан да ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ», – тигән ул.

ye102.ru

 

"Корона" айына 15 мең матрас етештерәсәк
"Корона" айына 15 мең матрас етештерәсәк
Автор:
Читайте нас в