Дим буйҙары
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Март 2023, 10:00

Балдыҙ

Әле ире менән бергә йәшәгән ваҡытта, Нурания, юҡ-юҡ та, еҙнәһенең уға төбәлгән сәйер ҡарашынан тертләп китә ине. Шуға, әүәлгесә, ҡыҙыҡ-мыҙыҡ һөйләп шаярыуҙарына, уйнап-көлөүҙәренә сик ҡуйҙы. Апаһы өйҙә булмағанда, йомошо булһа ла, уларға барманы. Еҙнәһе менән үҙе араһына кәртәләр ҡуйған һайын, теге нығыраҡ бәйләнде. Хатта ҡайһы ваҡыт шаярған булып, самаһыҙ һөйләнде, хатта юҡ-юҡта биленән тотоп алырға ла күп һораманы. Әлбиттә, әйләнә-тирәләге кешеләр ҙә быны һиҙмәй ҡалмағандыр. Ире юл фәжиғәһенә осрап, үлгәс, еҙнә кеше балдыҙының өйөнә килеп үк инде. Нурания яңғыҙ ине. Ҡара пакет тотҡан ҡулын ҡайҙа ла ҡуя алмай, уңайһыҙланыуынан бер урында тапанды.

Балдыҙ
Балдыҙ

Шунан:
- Бына, үтеп барышлай, хәлегеҙҙе белешәйем тип кенә индем, - тине. Диана өйҙәме?
- Уҡыуында, бына, хәҙер генә ҡайтып етергә тейеш, - тине Нурания, ҡыҙының әхирәте менән бассейнға барырын белһә лә. Шунан сәй ҡуйып, еҙнәһен өҫтәл артына саҡырҙы.
- Ниңә апайым менән килмәнегеҙ, уның да беҙҙә күптән булғаны юҡ? Хәлдәрегеҙ нисек?..
Аралашыуҙарында ниндәйҙер көсөргәнешлелек бар кеүек.
- Былай бөтәһе лә яҡшы кеүек. Әлле былай, үтеп барышлай ғына индем... Ярай, икенсе юлы бергә килербеҙ,- тип, пакетынан алып килгән күстәнәстәрен өҫтәлгә алып ҡуйҙы.
- Кит, юҡты, алып ҡуй, хәҙер икәү генә шарап эсеп ултырабыҙмы, алып ҡайтырһың, өйҙә үҙегеҙ эсерһегеҙ!
- Алып килгән күстәнәсте тегендә-бында йөрөтмәйем инде, ул ни шарап тимәһәм үпкәләр, һут ҡына. Бына бит нисә генә градус тигән... – шешәнең тышындағы яҙыуын уҡып. Унан кире, миңә бөгөн эштә премия бирҙеләр, шатлығымды уртаҡлашаһың килмәйме һуң?
- Әлбиттә шатмын, лутсы ғаиләңә аҡсалата алып ҡайтып бирһәң, апайым ҡыуаныр ине. Әтеү әйләнгән һайын минән бурысҡа аҡса һорап тора.
- Шулаймы ни, белмәгән инем, ул һиңә күпме тейеш, мә, мин ҡайтарып бирәм... – кеҫәһен әйләндереп, булған аҡсаларын өҫтәлгә һалды.
- Бына ошолай ғына, ҡалғанын ал! Мин апайыма һинең бөгөн килгәнеңде, бурысын ҡайтарғаныңды әйтермен.
- Әйтергә кәрәкмәй, мин үҙем әйтермен. Ул былай ҙа мине һиңә көнләшә. Йоҡлағанда исемеңде йыш ҡабатлайым ти...
- Нурания - бер мин генә түгел дә...
- Шулайын шулай, тик ул һин тип уйлай.
- Шуға ситләштеме ни ул минән, арала һалҡынлыҡ тоям. Килһә лә һөйләшергә һүҙе юҡ, йомошон йомошлай ҙа, ҡайтып китә һала. Ундай уй хатта башыма ла килмәне... Әпәт ирешкәнһегеҙҙер тип уйлай инем. Үҙе һөйләмәгәс төпсөнөп тормайым... Ә һин ниндәй Нуранияны төшөңдә күреп, һаташып ятаһың? Мине тип уйламайым...
- Һине... Ысынлап... Хистәремде аңлайһыңдыр тип уйлағайным...
- Кит әле, юҡты шаярып та һөйләмә!
- Нурания, күңелем һиңә тарта, ни эшләргә лә белмәйем.
- Әле шуны һөйләргә килдеңме? Былай булғас мә күстәнәстәрең, бүтән яңғыҙың килеп йөрөмә!
Нурания еҙнәһен башҡа тыңларға теләмәне. Тегенең ҡаршылашыуына ҡарамай, ҡулына күтәнәстәрен тоттороп, ишектән этеп-төртөп тиерлек сығарып ебәрҙе.
Бынан һуң Нурания баҙрап ҡалды. Ни эшләргә? Апайыма әйтергәме? Уға әйтһәм хәҙер ғауға күтәреп, йыйынып әсәйемдәргә ҡайтып китәсәк. Унан да яманы – айырыласаҡ. Был темаға кем менәндер кәңәшәлшергә лә уңайһыҙ... Улай ҙа уйланы, йәш балдыҙ, былай ҙа, тик бер ҡарарға ла килә алманы. Һуңғы сиктә, бәләһенән баш аяҡ тип, был хәлде күңеленең иң төбөнә күмеп ҡуйҙы һәм бер кемгә лә өндәшмәҫкә булды.
Ә еҙнәһе балдыҙынан былай ғына баш тарта алманы. Ул ситкә этәргән һайын, ҡаны нығыраҡ ҡайнаны. Инде хәҙер ул яратыуын да онотто һәм нисек тә теләгәнен алып, маҡсатына ирешеү тураһында уйланы. Һуңғы осрашыуҙарынан һуң бер йыл үттеме юҡмы, тыуған көн тигән сәбәп менән, ҡып-ҡыҙыл раузаларҙан, ҙур гөлләмә һатып алып, йәнә балдыҙының ишеген ҡаҡты. Нурания һуңғы осрашыуҙарын һаман онотмаған ине әле. Бимазалап йөрөмәгәс, был аңланы тип ҡыуанып та ҡуйған ине. Ә инде еҙнәһен йәнә ишеге төбөндә күргәс:
- Бәй, тағын ниндәй елдәр ташланы, апайым ҡайҙа? – тип әйтә һалды.
- Теге мәл өсөн һинән ғәфү үтенергә килдем. Бына шулай, индерһәң индер, индермәһәң, мә бүләк тип, гөлләмәһен һуҙҙы.
- Был тиклем матур гөлләмәне алғас, сәйҙә эсермәй ҡыуып сығара алмайым инде, ин! Мин һеҙҙе кис көтә инем,- тине.
Еҙнәһенең бер аҙ төшөрөп алғанлығын һиҙеп ҡалғас, ҡатындың күңелен шом биләп алды. Шулай булһа ла тыуған көнөндә бер ҙә насар уйлағыһы килмәне.
- Әлегә бер нәмәм дә әҙер түгел, ҡоймаҡ менән сәй эсеп ал да, ҡалғанын кис, ҡунаҡтар менән дауам итербеҙ.
- Һин мине ғәфү иттең тип аңланым, рәхмәт,- тине еҙнәһе балдыҙына яҡынлап. Хатта эҫе тыны Нуранияның сикәһенә килеп бәрелде. – Балдыҙ, ә янған йөрәк менән нимә эшләргә миңә?..
Нурания һүҙен уйынға бороға тырышып:
- Нимә, һаман янамы ни?
- Яна, ещё как яна, мә, йөрәгемде тотоп ҡарале! – тип Нуранияның ҡулынан тотоп алып, йөрәге өҫтөнә ҡуйҙы. Тояһыңмы?
Балдыҙының ҡағылыуы, еҙнәһенә ток менән һуҡҡан кеүек булды. Аяҡ быуындары тотмай, ултырғысына ултырҙы. Нурания:
- Юҡ, бер нәмә лә тоймайым, бөтәһе лә яҡшы, башымды әйләндермә. Ана, сәйеңде эс тә, эсмәһәң кискә тиклем, һау булып тор! – тип сынаяғын еҙнәһенең алдына күсереп ҡуйҙы.
- Сәй, сәй инде ул... Еҙнәһе ҡапыл Нуранияның биленән ҡосоп алып, алдына ултыртты. Көслө ҡулдары балдыҙының тәне буйлап йүгерҙе, ирендәре ирененә үрелде. Нурания:
- Еҙнә, етәр, әтеү ҡысҡырам! – тип, тегенең ҡулынан ысҡынырға маташты. Көстәр тиң түгел. Тыбырсынып бер эш тә сығара алмаясағын аңлағаны Нурания, шуға ҡулына ҡатыраҡ нәмә эләктереп алырға тырышты... Тик үс иткәндәй улары бәрелеп-оролоп иҙәнгә тәгәрәнеләр. Еҙнәһе балдыҙын күтәреп алып, йоҡо бүлмәһендәге карауатҡа индереп бәрҙе. Шунан бер хәрәкәт менән, уның өҫтөндәге халатын һыпырып алды. Еҙнәһе салбар ҡайышын ысҡындырырға маташҡан арала, Нурания карауат эргәһендәге тумбочка өҫтөндә ултырған, ҡорос һынды эләктереп алып, ажғырып өҫтөнә менеп килгән еҙнәһенең башына саҡ ҡына һуғып өлгөрмәне, фатир ишегенең ҡыңғырауы шылтыраны.
- Диана ҡайтты, кит, асмаһам, хәҙер үҙе килеп инәсәк, - тип, Нурания артыҡ эмоциянан тыны ҡыҫылған еҙнәһен өҫтөнән тибеп төшөрҙө ...

Ошо ҡот осҡос ваҡиғаны күпме генә хәтеренән юйып, оноторға теләһә лә, онота, тыныслана алмай Нурания. Әгәр шунда ҡыҙы ҡайтмаһа, нимәләр булып бөтөрөн ул күҙ алдына ла килтерә алмай ... Хәйер яҡшы бөтмәҫе көн кеүек асыҡ...
Бөгөн, апаһы менән еҙнәһе матур ғына йәшәп яталар. Тик еҙнәһенең юҡ-юҡта серле итеп ҡараш ташлауы, ҡайсаҡ шаярған булып күҙ ҡыҫып алыуҙары, һаҡ бул, әле алыш бөтмәне тип киҫәткән кеүек, күңеленә шом һала.
Эйе, хәҙер бөтәһе лә артта ҡалды тиһә лә, уяулылыҡты юғалтырға ярамай икәнен белә Нурания. Шунан кире, йәберләнгән күңел, тапалған намыҫ, бөгөн дә, һыҙлаған теш кеүек, һулҡылдап үҙен оноттормай.

Фото: https://unsplash.com

gazeta_toratay

Балдыҙ
Балдыҙ
Автор:
Читайте нас: