Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Март 2023, 10:08

"Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир!" акцияһында ҡатнашығыҙ

2023 йылдың 23 мартында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023” төбәк-ара конкурсының финалы үтәсәк.

"Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир!" акцияһында ҡатнашығыҙ
"Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир!" акцияһында ҡатнашығыҙ

Бәйгелә Башҡортостан Республикаһынан, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан барлығы 61 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡарай. Уларҙың иң-иңдәре финалда - “БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫЛАРЫ МЕНӘН МАТБУҒАТ КОНФЕРЕНЦИЯҺЫНДА” ла ҡатнашасаҡ.

Шул айҡанлы конкурстың ойоштороу комитеты алдан “Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир!” акцияһын иғлан итә.

Башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, тәрбиә һәм белем биреү мәсьәләләренә бәйле һорауҙарҙы һәр кем: уҡыусы, уҡытыусы, ата-әсәләр, журналистар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре –  барыһы ла бирә ала!

Бының өсөн һорауығыҙҙы видеоға яҙҙырыуығыҙ һәм [email protected] электрон почтаһына ебәреүегеҙ һорала.

Иң ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк һорауҙар “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусылары менән матбуғат конференцияһында” ла яңғыраясаҡ.

https://vk.com/r.sentr.

https://yanshishma.com/

"Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир!" акцияһында ҡатнашығыҙ
"Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир!" акцияһында ҡатнашығыҙ
Автор:
Читайте нас: