Дим буйҙары
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Март 2023, 00:11

Ил Президенты яҡташыбыҙға юғары награда тапшырҙы

Владимир Путин ҡулынан Хәйҙәршиндар икенсе тапҡыр ҙур бүләк алды. #ВладимирПутин

Ил Президенты яҡташыбыҙға юғары награда тапшырҙы
Ил Президенты яҡташыбыҙға юғары награда тапшырҙы

Яҡташыбыҙ Альбина Хәйҙәршина “Герой-әсә” исеменә лайыҡ булды. Награданы  8 мартта Рәсәй Президенты Владимир Путин тапшырҙы. Ул Башҡортостанда ошо исемде алған беренсе һәм Рәсәйҙә унынсы гүзәл зат.

Альбина Хәйҙәршина Балтас районынан. Хәләл ефете Винер менән 13 бала тәрбиәләй. 2022 йылдың июнендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо һоҡланғыс ғаилә тураһында һөйләгәйне.

“Герой-әсә” наградаһы Хәйҙәршиндар өсөн ил Президенты ҡулынан алынған тәүге юғары бүләк түгел. 2014 йылда Владимир Путин ишле ғаиләгә “Ата-әсәлек даны” орденын тапшырғайны.

"Ғорурланабыҙ! Альбина Хәйҙәршинаны һәм бөтә гүзәл заттарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла һаулыҡ, изгелек һәм сәскә атыу теләйбеҙ!" - тиелә Башҡортостан Хөкүмәтенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә.

Фото: vk.com/glavbash

Сығанаҡ: vk.com/glavbash

https://bashgazet.ru

Ил Президенты яҡташыбыҙға юғары награда тапшырҙы
Ил Президенты яҡташыбыҙға юғары награда тапшырҙы
Автор:
Читайте нас в