Дим буйҙары
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Март 2023, 16:40

Өфөлә йәнә бер «Һөт банкы» асылды

Күкрәк һөтө имеҙеүендә булған балалар һирәгерәк һимеҙлек, диабет, һуңыраҡ яман шеш менән яфалана

Өфөлә йәнә бер «Һөт банкы» асылды
Өфөлә йәнә бер «Һөт банкы» асылды

8-се ҡала клиник дауаханаһының ата-әсәләр йортонда төбәктәге икенсе Күкрәк һөтө банкы асылды. Ул медицина учреждениеһында тыуған сабыйҙар өсөн күкрәк һөтөн һаҡлау һәм бүлеү өсөн тәғәйенләнгән.

Заманса һөт пастеризациялау алымы туҡлыҡлылыҡ ҡиммәтен, витаминдарҙы, микроэлементтарҙы һаҡлап, бөтә билдәле патоген бактерияларҙы һәм вирустарҙы юҡ итә. Пастеризациянан һуң уникаль "тере" үҫеш факторҙары, иммуноглобулиндар, биологик актив матдәләр кәмей, ләкин шул уҡ ваҡытта улар бала өсөн файҙалы үҙенсәлектәрен һаҡлай, ошондай күкрәк һөтөнөң файҙаһы, балалар ҡатышмалары менән туҡланыуға ҡарағанда, күпкә юғарыраҡ.

Айырыуса яңы тыуған балалар өсөн күкрәк һөтөн ҡулланыу сепсис, тын алыу ағзалары һәм ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙары үҫеше хәүефен кәметергә, ә иң мөһиме - артабан оптималь физик һәм нервы-психик үҫеште тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Күкрәк һөтө имеҙеүендә булған балалар һирәгерәк һимеҙлек, диабет, һуңыраҡ яман шеш менән яфалана.

Күкрәк һөтө менән  имеҙеү ҡатын-ҡыҙҙарға һөт биҙҙәре һәм түллек биҙҙәре яман шеше, шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары башланыу ихтималлығын кәметергә һәм ғүмер оҙайлығын арттырырға мөмкинлек бирә.

Күкрәк һөтө банкында хәүефһеҙлек мәсьәләләренә етди иғтибар бүленә: пастеризацияға һәм туңдырыуға тиклем һәм унан һуң, баланы ашатыр алдынан бактериологик контроль өсөн шарттар булдырылған.

«Күкрәк һөтө банкы» ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә ойошторола.

Шуны ла билдәләп үтәйек: 8-се ҡала клиник дауаханаһының бала табыу йорто 2001 йылда «Балаға мәрхәмәтле дауахана» Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының маҡтаулы исеменә  лайыҡ булған Башҡортостан Республикаһындағы беренсе дауахана булып тора.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: