Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Март 2023, 11:29

Беҙҙекеләр - НТВ каналында

"Звезды сошлись" программаһында Башҡортостан ҡунаҡтары ҡатнашты.

Беҙҙекеләр - НТВ каналында
Беҙҙекеләр - НТВ каналында

Салауат Ғилманов һәм уның ҡатыны Наталья бынан күп йылдар элек бик үҙенсәлекле йорт төҙөп кергән. Хужа был идея үҙенән-үзе тыуғанын  килгәнен белдерҙе. Башта ул нигеҙ һалған, артабан 2001 йылда республикала көслө һыу баҫыу булғанда шул тирәлә урынлашҡан  комбинаттан төҙөлөш материалдары, фанерҙар, шпалдар ағып килгән. Салавут уларҙы ҡулланырға булған.

Дөйөм майҙаны 120130 кв. м булған ике ҡатлы йортта өс бүлмә һәм подвал урынлашҡан. Йортто 2-3 йыл төҙөгәндәр, 5 мең һум аҡса сарыф иткәндәр. Ир менән ҡатын унда 20 йыл йәшәйҙәр һәм уларға яҡшы һәм уңайлы тип ышандыралар.у
Тапшырыуҙа ҡатнашыусы инженер Сергей Бакин, үҙ с, кинескоптар, федераль закон буйынса, үтилләштерелергә тейеш, сөнки уларҙа бик күп токсиндар һәм ауыр металдар бар, тип билдерә. "Был яман сирҙәр, яман шеш ауырыуҙары килтереп сығара ала", — тип һыҙыҡ өҫтөнә ала, бындай йортта йәшәү бик ҡурҡыныс, тип өҫтәне.

Йорт хуҗжлары, улар барыһы ла үҙҙәрен яҡшы тоя, тип ҡаршы килде, ә барлыҡ материалдарҙы, шул иҫәптән кинескоптарҙы ла, улар эшкәртә, «марганцовка менән йыуа».

Инженер, шулай уҡ, шешәләрҙе төҙөлөштөң "несущий материал"ы булараҡ ҡулланырға ярамай, әммә ябай  материал булараҡ ҡулланырға яай, тине.

Сергей Бакин: "Кешеләр йәшәгән бинаны шпалдарҙан төҙөү бөтөнләй ярамай. Улар креозот менән эшкәртелгән, ә был ағыу.", - тине

Бакин креозоттың һулыш һәм нерв системаһы ауырыуҙарын килтереп сығарыуын һәм шулай уҡ онкология ауырыуҙарына килтереүен әйтте.

Ләкин Ғилмановтар уға бик ышанып бөтмәне булһа кәрәк, 20 йыл йәшәгән йорттарында улар тағын күп йылдар йәшәргә ниәтләй.


фото: "НТВ"

ttps://kiziltan.ru

Беҙҙекеләр - НТВ каналында
Беҙҙекеләр - НТВ каналында
Автор:
Читайте нас: