Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Март 2023, 09:28

Рамаҙан айына әҙерләнеү өсөн мөһим кәңәштәр

22 мартта мосолмандарҙың изге айы башлана. 

Рамаҙан айына әҙерләнеү өсөн мөһим кәңәштәр
Рамаҙан айына әҙерләнеү өсөн мөһим кәңәштәр

1. Ул әлбиттә рухи тәрбиә. Йәнебеҙҙе Рамаҙанға әҙерләйек, дин ҡәрҙәштәрем. 

Әле һаман тәүбә ҡылынмаған гонаһтарыбыҙға тәүбә ҡылайыҡ. 

Әгәр һеҙ рәнйеткән кешеләр бар икән, ғәфү үтенегеҙ, һеҙҙе рәнйеткәндәрҙе ғәфү итегеҙ. 

Ҡөръән уҡырға, уны өйрәнергә ваҡыт бүлегеҙ.

 

2. Етешһеҙлектәрегеҙҙән хәҙерҙән дауаланырға.

Яуызлыҡ, ғәйбәт, кешегә яла яғыу, ялған һөйләү - былар етешһеҙлектәрҙең бик әҙ генә өлөшө, уларҙан йөрәктәрегеҙҙе таҙартығыҙ һәм ул һеҙҙең иманығыҙҙы мөғжизәле рәүештә үҙгәртәсәк. Ошо яман һүҙ, алдашыу, яуызлыҡтар һеҙҙең ҡайһы бер көндәрҙә ураҙағыҙ ҡабул булмаҫҡа сәбәпсе булырға мөмкин. 

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаЛлаһу ғәләйһис сәләм әйтте:

"Алдашыуҙы, боҙоҡлоҡто, ялған һүҙ биреүҙәрҙе ҡалдырмаған кешенең ашауҙан һәм һыуҙан тыйылыуында Аллаһ мохтаж түгел." 

(Бохари.)

 

3.Аҡсағыҙҙы әҙерләгеҙ. 

Был айҙа саҙаҡа итеп өләшеү өсөн аҡсаны алдан әҙерләгеҙ. Әгәр ирекле аҡсағыҙ юҡ икән, ниндәйҙер көндәлек сығымдарҙы 

әҙәйтеп, көн һайын бының өсөн аҡса йыйып барып була. 

Ни өсөн?

 Сөнки, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаЛлаһу ғәләйһис сәләм үҙе йыл әйләнәһенә бик йомарт булған, ә Рамаҙан айында ул тағы ла күберәк саҙаҡа өләшкән.

Иҫегеҙҙә тототоғоҙ, был изге айҙа һәр изге эш 10 һәм унан күберәк тапҡырға күбәйтеп яҙыла. 

Был һеҙҙе саҙаҡаны күп итеп өләшергә сәбәпсе булһын.

 

4.Өйөгөҙҙө әҙерләгеҙ.

Ғәҙәттә беҙҙең рамаҙан нисек үтә? Ул өй таҙалау, буяу, йышыу. 

Был эштәрҙе рамаҙанға тиклем башҡарып ҡуйырға тырышығыҙ. Рамаҙан күп ғибәҙәт ҡылыу айы.

Йыуылмаған диуар, түбә, пәрҙәләрҙе таҙартып, өйҙө әҙерләп ҡуйыу бик мөһим, сөнки өйҙәге саң, бола барыһы ла беҙҙең ғибәҙәткә ҡамасаулай.

 

5. Мин һеҙгә яҡынса меню әҙерләргә тәҡдим итер инем. Был ниндәйҙер ҡаты ҡағиҙәләр түгел, ә ғаиләгеҙ яратҡан, тиҙ әҙерләнгән, күп булышып, ҡарап торорға кәрәк булмаған аҙыҡтар. Мәҫәлән, мейескә оҙаттың һәм бешеп сыҡты.

 

6.Аҙаҡҡы һәм мөһим ҡағиҙә.

Көсһөҙ тән ураҙа тотоуға ҡамасаулай. Тәнде ураҙа менән күнектереү, сыныҡтырыу мөһим. Бының өсөн беҙҙең сөннәт ураҙалар бар: дүшәмбе һәм кесе йома һәм айҙың уртаһында.

 Ғәйшә рады Аллаһу анһу һөйләүҙәренән:

" Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаЛлаһу ғәләйһис сәләм шәғбән айынан башҡа бер айҙа ла ул тиклем күп ураҙа тотманы, ҡайһы ваҡыт ул шәғбән айының әҙ генә өлөшөнән башҡаһын ураҙала үткәрә ине." 

(Бохари, Мөслим.)

 https://shonkar.com
 
Рамаҙан айына әҙерләнеү өсөн мөһим кәңәштәр
Рамаҙан айына әҙерләнеү өсөн мөһим кәңәштәр
Автор:
Читайте нас: