Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Март 2023, 16:13

Халыҡ ышанысын аҡлау мөһим

Айыт ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Рәсил Фаат улы Ғимазетдинов райондағы 13 ауыл биләмәһе башлыҡтары араһында иң яҡшыларынан һанала.

Халыҡ ышанысын аҡлау мөһим
Халыҡ ышанысын аҡлау мөһим

Айыт ауыл Советы ауыл биләмәһенә 1347 кеше йәшәгән биш тораҡ пункт инә. Һуңғы ике тиҫтә йылда унда төҙөлөш, ауылдарҙы үҙәк усадьба менән тоташтырыусы юлдарҙы яҡшырыту, урам яҡтыртыу, капиталь ремонттан һуң күп кенә социаль объекттарҙың йөҙөн үҙгәртеү яғынан яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булды. Ауылдарҙың юбилей көндәре лә, яҙғы баҫыу эштәренән һуң йыл һайын yткәрелә торған Айыт һабантуйҙары ла матур бер йолаға әүерелде. Айытта был үҙгәрештәр айырыуса асыҡ күренә. Ауылда барлыҡ урамдарға асфальт түшәлгән, капиталь ремонт һөҙөмтәһендә Ф. Кәрим исемендәге урындағы урта мәктәп, «Ләйсән» балалар баҡсаһы hәм ауыл Мәҙәниәт йорто, шулай уҡ яугир-патриот hәм халыҡ шағиры Фәтих Кәрим музейы үҙгәрҙе. Ауыл йәштәре мини-футбол, волейбол hәм хоккей уйнарға ярата. Бында яҡшы уйын майҙансыҡтары бар, ә ҡышҡы осорҙа һырғалаҡ эшләй, унда районда иң көсөлөләрҙән булған балалар-үҫмерҙәр хоккей командаларының береһе «Илдар Ғимаев» йәш хоккейсылары күнекмәләр яһай. Был команда үҙенең атаҡлы яҡташы исемен хөрмәт менән йөрөтә! Ҡыҫҡаһы, ауыл Советы биләмәһенең эшсәнлегенең барлыҡ ошо позитив моменттары йылдан-йыл урындағы властың тығыҙ ярҙамы, республика hәм район хакимиәттәре менән яҡшы хеҙмәттәшлек арҡаһында килеп сыға, улар халыҡҡа төрлө дәүләт программалары тәҡдим итә, бихисап инвесторҙар hәм спонсорҙар финанс ярҙамы күрһәтә. Әммә шул уҡң ваҡытта барлыҡ кешеләрҙең именлеге хаҡына булған барлыҡ изге эштәр тап бына ауыл биләмәһе башлығы аша башҡарылыуын да инҡар итеп булмай.

— Айыт ауыл Советы хакимиәте башлығы булып 1999 йылда эшләй башланым, — ти ғинуар айында үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәгән Рәсил Ғимазетдинов. — Был һайланған вазифала бөгөнгө көнгә ҡәҙәр эшләйем. Белемем буйынса мин инженер-механик: 1980 — 1985 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының механика факультетында уҡыным. Мине,күптәр кеүек, комсомол heм партия райкомы тәрбиәләне. Был бик яҡшы кадрҙар мәктәбе булды! Студент йылдарында уҡ даими рәүештә «Яростный» линия студенттар механизацияланған отрядының комиссары булдым. Институттың  ижтимағи тормошонда актив ҡатнашҡаным hәм отрядтың юғары күрһәткестәре өсөн хатта ВЛКСМ Yҙәк Комитетының «Алтын башаҡ» күкрәк билдәһе менән бүләкләндем. Баш инженер ҙа, колхоз рәйесе лә, «Дим» колхозының партком секретары ла булып эшләнем. 1991 йылда Айыт крбес заводына директор итеп ҡуйҙылар. Ә 1998 йылда «Сельхозтехника» район ауыл хужалығы берләшмәһенең Айыт машина-трактор оҫтаханаһын етәкләнем. Төрлө вазифаларҙа эшләгәндә, ғүмер буйы яңы һәм позитив нәмәләргә өйрәндем. 2007 йылда юғары һөнәри белем биреү дәүләт «Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡаршыһындағы дәүләт хеҙмәте hәм идара академияһы»н тамамланым.

Рәсил Фаат улы менән һөйләшеүебеҙ төшкө аш ваҡытында уның уңайлы hәм яҡты йортонда яратҡан ҡатыны Лилиә Рәйес ҡыҙы ҡатнашлығында уҙҙы. Ул ире өсөн төшкө аш әҙерләй ине hәм беҙҙең  ғаилә архивынан бик күп фотолар, тормош иптәшенең һөҙөмтәле эшен раҫлаусы Маҡтау грамоталарын hәм гәзит-журналдарҙы табырға өлгөрҙө. Рәсил Фаат улы тураһында район гәзите «Яҡты юлдан»да ла, республика гәзиттәрендә лә күп тапҡыр яҙғандар. Һәм шул ваҡыт күңелгә, ирекһеҙҙән, hәр ир-аттың уңышының 70-80 проценты — уның ҡатынының ҡаҙанышы, тигән киң билдәле күп тапҡырҙар ҡабатланған һүҙҙәр килде. Лилиә Рәйес ҡыҙы хаҡлы ялда. Ул Мәскәү технология институтының Өфө филиалын тамамлап, оҙаҡ йылдар урындағы почта бүлексәһе начальнигы булып эшләгән. Һәм hәр ваҡыт иренә ярҙам иткән hәм уны ҡанатландырған.

Мәҡәләне тулыһынса "Яҡты юлдан" гәзитенән уҡый алаһығыҙ. 

 Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Халыҡ ышанысын аҡлау мөһим
Халыҡ ышанысын аҡлау мөһим
Автор:
Читайте нас: