Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2023, 10:01

Ҡырым тарихын беләһеңме?

Республикала “Ҡырым тарихы” исеме аҫтында акция-конкурс старт алды. Ул 18 марттан алып 2 апрелгә тиклем үтә. Сара “Мәктәп уҡыусыһы өсөн мәҙәниәт” проекты сиктәрендә атҡарыла.

Ҡырым тарихын беләһеңме?
Ҡырым тарихын беләһеңме?

Бөгөн илдә Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу көнөн билдәләйҙәр. Ошо йәһәттән акция старт алды ла инде.

Акция сиктәрендә мәктәп уҡыусылары Ҡырымға сәйәхәттәре һәм ундағы иҫтәлекле урындар тураһында хикәйә яҙа, ярымутрау хаҡында шиғыр уҡый йәки Ҡырым тәбиғәтен сағылдырып һүрәт төшөрә ала.

Был эштәрҙе “Бәйләнештә” селтәрендә #крымкдш хештегы менән ҡуйырға кәрәк буласаҡ. Жюри улар буйынса иң яҡшы 30 эште һайлап ала, ә еңеүселәр “Мәктәп уҡыусыһы өсөн мәҙәниәт” проектынан иҫтәлеккә бүләктәр ала.

https://bashgazet.ru

Ҡырым тарихын беләһеңме?
Ҡырым тарихын беләһеңме?
Автор:
Читайте нас: