Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Март 2023, 10:54

Ауыл хужалығы консультацияһы системаһын үҫтереү

Мәғлүмәт-консультация үҙәгендә (ИКЦ) 82 ауыл хужалығы тауар етештереүсеһенә һәм башҡа йүнәлештәге 15 шәхси эшҡыуарға хеҙмәт күрһәтелә

Ауыл хужалығы консультацияһы системаһын үҫтереү
Ауыл хужалығы консультацияһы системаһын үҫтереү

Айнур Рәфис улы, һеҙҙең ойошма район ауыл хужалығы етештереүселәренә hәм шәхси эшҡыуарҙарға ниндәй хеҙмәттәр күрһәтә?

— Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең штаты туғыҙ кешенән тора. Улар барыһы ла юғары квалификациялы белгестәр hәм түбәндәге йүнәлештәр буйынса консультация хеҙмәттәре күрһәтә:

- үҫемлекселек, малсылыҡ, механикалаштырыу, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, кредит биреү. Иҡтисади, бухгалтерлыҡ, хоҡуҡи мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, шулай уҡ төҙөлөш эштәренең проект-смета документацияһын рәсмиләштереүҙә, ауыл хужалығы етештереүселәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙә hәм хатта компьютер технологиялары мәсьәләләре буйынса ла ярҙам итә алалар. Бер генә миҫал килтерәм: 2022 йылда мәғлүмәт-консультация үҙәгендә 12 йүнeлеш буйынса һигеҙ меңгә яҡын консультация бирелде.

Мәғлүмәт-консультация үҙәгендә 82 ауыл хужалығы тауар етештереүсеһенә hәм башҡа йүнәлештәге 15 шәхси эшҡыуарға хеҙмәт күрһәтелә. Хеҙмәттәрҙең түләүле төрҙәре лә күрһәтелә: Федераль һалым хеҙмәте нспекцияһы, Рәсәй Социаль фонды, Федераль дәүләт статистика хеҙмәте хисаптарын тапшырыу, «ЗЕРНО» федераль дәүләт статистика хеҙмәте системаһында эшләйбеҙ (ауыр булһа, үҙебеҙ хеҙмәт күрһәтәбеҙ), документтар пакеттарын hәм лизингка ғаризалар әҙерләйбеҙ, бизнес-пландар эшләйбеҙ. Быйыл хеҙмәт шартын махсус баһалау hәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса сметалар hәм документтар төҙөү буйынса хеҙмәттәрҙе яңыртырға планлаштырабыҙ.

— Һуңғы йылдарҙа тап бына һеҙҙең инициативағыҙ һәм аграрийҙарҙың квалификациялы ярҙамы менән районда ауыл хужалығы кооперативтары (СПоК) барлыҡҡа килә башланы, hәм улар менән нисек эшләүегеҙ тураһында белеү ҡыҙыҡ булыр ине?

— Бишбүләк районында бөгөн 10 кооператив hәм 150 пайсы исeплeнe. Шуларҙың һигеҙен беҙ тулыһынса оҙата барабыҙ. Пайсыларҙы йәлеп итеү буйынса ла актив эш алып барабыҙ. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙе йыш ҡына ер пайсыларының йыйылыштарына саҡыралар, унда улар кооперативтар тураһында аңлатыу эштәре алып бара. Район гәзитендә эшләп килеүсе кооперативтарыбыҙ тураһында күҙәтеү  мәҡәләләре баҫтырып сығарырға hәм уларҙың эшсәнлеге һәм ирешкән уңыштары, шулай уҡ улар алған дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләргә тырышабыҙ.

Әлбиттә, шуныһын да әйтергә кәрәк, әлегә районда кооперативтар нтап бына сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау буйынса бик актив түгел. Шуға күрә беҙ ҡарар кабул иттек: быйыл hәр кооперативта пайсылар йыйылыштарын мәжбүри рәүештә ойошторорға, унда пайсыларға дәүләт ярҙамы саралары тураһында аңлатырға тырышасаҡбыҙ Был СпоКтар hәм пайсылар эшен активлаштырасаҡ. Параллель рәүештә  грант ярҙамы алыуға дәғүә итеүселәр менән көсәйтелгән эш алып барабыҙ, улар менән барлыҡҡа килгән бурыстар тураһында аңлатыу эшен ойошторабыҙ. Уларға шуны еткерергә тырышабыҙ: тәү  этапта конкурста ҡатнашыу өсөн күпме балл кәрәк йәки ҡатнашырға кәрeкмәйме. Бында теләк кенә аҙ буласаҡ. Әлбиттe, беҙҙең өсөн күберәк бизнес пландары яҙыу отошло. Мәҫәлән, 2022 йылда мәғлүмәт-консультация үҙәгенә грант алыуға 20-гә яҡын кеше мөрәжәғәт итте.Шулар араһынан беҙ 5 кандидатты әҙерләнек, ә дәүләт ярҙамын дүрт кеше алды. Был республика буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе!

Владимир СМОЛОВ әңгәмәләште.

Автор фотоһы

Ауыл хужалығы консультацияһы системаһын үҫтереү
Ауыл хужалығы консультацияһы системаһын үҫтереү
Автор:
Читайте нас: