Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Март 2023, 14:37

"Мин быны ғәфү итмәйәсәкмен!"

Радий Хәбиров юлдағы соҡор-саҡырҙар өсөн министрҙы әрләне.    

"Мин быны ғәфү итмәйәсәкмен!"
"Мин быны ғәфү итмәйәсәкмен!"

Бөгөн БР Хөкүмәте кәңәшмәһендә юлдарҙы ремонтлау мәсьәләһе ҡаралды. Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебановтың докладынан һуң Радий Хәбиров министрға һәм Премьер-министр урынбаҫары Алан Марзаевҡа ҡаты шелтә яһаны.

– Ни өсөн мин һеҙҙең эшегеҙҙән ҡәнәғәт түгелмен? Аҙна буйы һеҙгә тылҡыным, асфальт заводтары асырға кәрәклеге хаҡында әйттем. Һеҙ икәүләп ҡаршы сыҡтығыҙ — улай ярамай, дөрөҫ түгел, имеш. Һылтау табып, юлдағы соҡорҙарҙы ремонтлауҙы кисектерҙегеҙ. Әммә асфальт ҡатнашмаһын йылыта алған башҡа техника бар бит, ниңә уларҙы ҡараманығыҙ? Мин быны ғәфү итмәйәсәкмен. "Транспорт сәғәте"ндә мин һеҙгә күрһәтәсәкмен, әҙер булығыҙ. Миңә юлдарға бәйле ялыуҙар күп килеүе хаҡында еткереп торалар, — сказал Радий Хабиров после доклада министра транспорта и дорожного хозяйства РБ.

 
Әйткәндәй, республика етәксеһенең транспорт һәм юл хужалығы министрлығын шелтәләүе тәүгә түгел. Хаталарын төҙәтмәйҙәр икән... Ялыуҙар күбәйгән (ye102.ru)
"Мин быны ғәфү итмәйәсәкмен!"
"Мин быны ғәфү итмәйәсәкмен!"
Автор:
Читайте нас: