+18 °С
Болотло
Өфөлә 266 маршрут автобусы пассажирҙарҙы бер ай буйы бушлай йөрөтәсәк. Ләкин бының өсөн ҡайһы бер шарттарҙы үтәргә кәрәк.
Иң башта шуны әйтәйек – бындай киң күңеллелек 23 мартта башланған Рамазан айы белән бәйле икән. Автобусҡа беркетелгән табличкала: “Пенсионерҙарға, балаларға, инвалидтарға һәм хиджаб кейгән ҡатын-ҡыҙҙарға йөрөү бушлай”,- тиелгән.