Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
29 Март 2023, 19:03

Санкт-Петербургта Lada автомашиналары сығарыу заводы барлыҡҡа киләсәк

Йылдың II кварталында Санкт-Петербургта элекке Nissan заводында Lada автомобилдәрен сығара башлаясаҡтар. 

Санкт-Петербургта Lada автомашиналары сығарыу заводы барлыҡҡа киләсәкСанкт-Петербургта Lada автомашиналары сығарыу заводы барлыҡҡа киләсәк
Санкт-Петербургта Lada автомашиналары сығарыу заводы барлыҡҡа киләсәк

"АвтоВАЗ" ағымдағы йылдың II кварталында Санкт-Петербургта элекке Nissan заводында Lada бренды аҫтында автомобилдәр сығара башларға  әҙерләнә. Был хаҡта компания башлығы Максим Соколов Рәсәй машина төҙөүселәр берлегенең идара органы ултырышында хәбәр итте, тиелә «АвтоВАЗ»дың матбуғат хезмәтендә.

Петербургта компания C һәм D сегменттарында Lada бренды аҫтында бер нисә яңа модель сығарырға ниәтләй.Конвейерҙан ниндәй моделдәр сығасағы  тураһында теүәл әйтелмәй. Етештереү Рәсәй менән дуҫ илдәрҙәге партнерҙар менән берлектә яйға һалынасаҡ, тип билдәләп үтте Соколов. 2023 йылда "АвтоВАЗ" 400 меңдән ашыу автомобиль етештереүҙе планлаштыра.

Шулай уҡ был йылда АвтоВАЗ Lada Largus машиналарын  етештереүҙе яңыртырға һәм йыл аҙағына ҡәҙәр Ижевскиҙа e-Largus электромобилдәренең тәжрибә партияһын сығарырға йыйына.

 Максим Соколов әйтеүенсә, элекке Nissan заводы «Лада Санкт-Петербург» тип үҙгәртелеүе мөмкин.

baltachtan.ru

Санкт-Петербургта Lada автомашиналары сығарыу заводы барлыҡҡа киләсәк
Санкт-Петербургта Lada автомашиналары сығарыу заводы барлыҡҡа киләсәк
Автор:
Читайте нас