Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Апрель 2023, 10:50

Каникулдар күңелле һәм файҙалы үтте

“Беҙгә бергә күңелле” тиҙәр  Халиҡовтар.

Каникулдар күңелле һәм файҙалы үттеКаникулдар күңелле һәм файҙалы үтте
Каникулдар күңелле һәм файҙалы үтте

Уҡыусыларҙың көтөп алған яҙғы каникулдары һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Ошо һанаулы ғына көндәрҙә Халиҡовтар ғаиләһендәге балалар барыһы ла бергә йыйылып, ата-әсәй ҡанаты аҫтында тыуған йорт йылыһын тойоп, күңелдәре булғансы ял иткән.

Ҡаныҡай ауылында йәшәүсе Гөлназ һәм Арсен Халиҡовтар ғаиләһендә биш бала үҫә, уларҙың 4-әүһе мәктәп уҡыусыһы. Бәләбәй гимназия-интернатында белем алыусы Камила менән Милана тыуған йортҡа оҙайлы ялға ҡайтҡан. Каникул осоронда башланғыс класта уҡыусы Лияна менән Ленар китапханасы Рима Нафиҡова үткәргән сараларҙа ҡатнашҡан. Өҙәренең йәме – дүрт йәшлек Амелияға ла бик иғтибарлы апайҙары. Барыһы ла бергә йыйылғанда, өйҙәре балаларҙың шат тауыштарына күмелә.

Мәктәптә уҡығанда уҡ башҡорт теле буйынса төрлө шиғыр конкурстарында ҡатнашып, үҙҙәренең сығыштары менән һоҡландырған ҡыҙҙар икеһе лә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса республика конкурсы призерҙары. Ҡаныҡай мәктәбенең 3-сө класында уҡыусы Лияна ла апайҙарынан ҡалышмай, отҡор ҡыҙ сәхнәлә үҙен ышаныслы тойоп, төрлө шиғыр бәйгеләрендә ҡатнаша, уның илһамланып һөйләгәнен тыңлауы - үҙе бер кинәнес. Бынан тыш, ул йыр дәресен ярата һәм һүрәт төшөрөү менән дә мауыға. Ә 1-се класта Ленар әлегә

Киләсәгебеҙҙең дауамы булған сабыйҙарыбыҙҙың бала сағы бәхетле, имен булһын өсөн һәр ата-әсә яуаплы. Йорт хужаһы Арсен техника тирәһендә булышһа, әсәйҙәре Гөлназ өсөн иң мөһиме – өйҙәгеләрҙең өҫ-башы бөтөн, тамағы туҡ, сәләмәт һәм ҡәнәғәт булһындар.

- Быйыл яҙ иртә килде, тышта ҡояшлы көндәр торҙо. Был ваҡытта бигерәк тә тыштан керәһе килмәй. Беҙ балалар менән ишек алдында самауыр ҡайнатып, үҙебеҙ бешергән тәмлекәстәр менән күмәкләп сәй эстек, - тип һүҙҙе дауам итә күмәк бала әсәһе. – Ҡыҙҙарым ҡул араһына керә инде, кәрәк икән, һыйыр ҙа һауалар, кәрәк икән, ҡамыр баҫып, туҡмас та киҫәләр. Камила ҡыҙым бешеренергә ярата, йыш ҡына ҡош теле, печенье әҙерләп, туғандарын һыйлай.

Халиҡовтар, ауыл кешеһенә хас булғанса, ишле мал-тыуар аҫрай. Балалары ла үҫә  килә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә. Ғаиләлә һәр кемдең көсөнә ҡарап эш бүленгән, мәҫәлән, кескәйҙәр Лияна менән Ленар ата-әсәһе мал ҡарағанда, улар тирәһендә урала һәм быҙауҙарҙы эсерергә ярҙам итә.

Күп балалы ғаиләлә күңелһеҙләнеп ултырып булмай. Бында барыһы да бергә эшләй, бергә ял да итә. 9-сы класс уҡыусыһы Милана өсөн быйыл яуаплы осор, ул Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнһә, Камила каникул осоронда программа буйынса әҙәби әҫәрҙәр уҡыған. Ҡыҙҙар туғандары менән бергәләп китап уҡырға ла, мауыҡтырғыс тапшырыуҙар ҡарарға ла өлгөргән.

Балалар бәхетле – матур итеп ҡаршы алыр ата-әсәй, ҡот уйнап торған, һағынып ҡайтыр өйҙәре булыуҙа. Ә дүртенсе сиректе башлап, яңынан белем тауҙарына үрләгән уҡыусыларҙың көндәлектәрен тик “бишле” билдәләре генә биҙәһен, тип теләйбеҙ.

Ләйлә Ғүмәрова,

Автор фотоһы.

Каникулдар күңелле һәм файҙалы үтте
Каникулдар күңелле һәм файҙалы үтте
Каникулдар күңелле һәм файҙалы үтте
Каникулдар күңелле һәм файҙалы үтте
Автор:Гумерова Л
Читайте нас