Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Апрель 2023, 03:04

Яҙғы саҡырылыш тураһында нимәләр белергә кәрәк

Һәр һалдат кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителәсәк.

Яҙғы саҡырылыш тураһында нимәләр белергә кәрәкЯҙғы саҡырылыш тураһында нимәләр белергә кәрәк
Яҙғы саҡырылыш тураһында нимәләр белергә кәрәк

2023 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыу ваҡыты - 1 апрелдән 15 июлгә тиклем
  Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың йәше - 18 йәштән 27 йәшкә тиклем
  Хеҙмәт итеү ваҡыты - 12 ай
  Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға йәлеп ителмәйәсәк

Яҙғы саҡырылыш ваҡытында Башҡортостандан хәрби хеҙмәт итеү урындарына 5,5 меңдән ашыу егет оҙатыласаҡ, ти Башҡортостандың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич.

Хәрби хеҙмәткәрҙәр Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең бөтә төр ғәскәрҙәренә, шулай уҡ башҡа федераль башҡарма власть органдарының хәрби частарына ебәреләсәк.

Егеттәрҙе Башҡортостан Республикаһының Йыйылма пунктынан 2023 йылдың апрель аҙағында оҙата башлау күҙаллана. Һәр һалдат кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителәсәк.

Хеҙмәткә саҡырыу саралары Украиналағы махсус хәрби операция үткәреүгә бер нисек тә бәйле түгел.

Хеҙмәткә саҡырылған барлыҡ хәрби хеҙмәткәрҙәр, һөнәрҙәре булыу йә булмауға ҡарамаҫтан, Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә даими урынлашҡан подразделениеларға ебәреләсәк һәм ошондай пункттарҙа хеҙмәт итәсәк.

Хеҙмәт итеү ваҡыты бөткән хәрби хеҙмәткәрҙәр йәшәгән урындарына үҙ ваҡытында ҡайтарыласаҡ.

Хеҙмәткә саҡырылыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн булдырылған ҡыҙыу линия телефонына өҫтәмә һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин:

  8 (347) 228-02-92 – Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариатындағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе (эш көндәре: 09.00-19.00, ял көндәре: 10.00 -17.00)

  8 (347) 253-13-48 – Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариатындағы граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге (эш көндәрендә: 9.00-18.00)

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Яҙғы саҡырылыш тураһында нимәләр белергә кәрәк
Яҙғы саҡырылыш тураһында нимәләр белергә кәрәк
Автор:
Читайте нас