

Бөгөнгө тормошта әүҙем йәшәү рәүеше алып бармайынса, тирә-йүндәгеләрҙең ихтирамын яулау мөмкин түгел. Күптәр үҙҙәренең һөнәрҙәрен башҡарыу менән бергә, йәмғиәткә лә файҙа килтерергә тырыша. Үҙенә шундай бурыстар ҡуйған кеше генә, тормош талап иткәнсә, ысын гражданин була ала.
2023 йылда, Уҡытыусы һәм остаз йылында, педагог булараҡ үҙ урынын тапҡан шәхесте күҙ алдына баҫтырайыҡ. Бишбүләк 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Маликова ун йылдан ашыу мәғариф белем биреү учреждениеларында эшләй, ә быйылдан алып ул тәрбиә эштәре буйынса директорҙың кәңәшсеһе.
Уның бындай урын биләүе йәш педагогтың шәхси сифаттары, ныҡышмалы хеҙмәте һәм уҡыусыларҙың һәм хеҙмәттәштәренең ихтирамын яулауы тураһында һөйләй. Тыныс, әҙәпле, эшсән, балаларҙы акцияларға, тикшеренеү-эҙләнеү эштәренә йәлеп итеүсе, мәктәптә төрлө саралар ойоштороусы Айгөл Мәүлийәр ҡыҙы заман уҡытыусыһы талаптарына яуап бирә.
Айгөл Маликова Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында ябай эшселәр ғаиләһендә тыуып-үҫкән, мәктәпте тамамлағандан һуң, Салауат музыка училищеһына уҡырға инә. Йыр-моңға булған һөйөүе ғүмерлеккә ҡала, ул әле лә төбәк-ара көнкурстарҙа, район мәҙәниәт һарайында һәм башҡа сәхнәләрҙә сығыш яһай. 2019 йылда ул «Һинең тауышың» исемле төбәк-ара йәш эстрада йырсылары араһында 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ була. Был ваҡытта ул илһамлы сығышы, моңло йырҙары өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән була, әммә уға уҡытыусы һөнәре нығыраҡ оҡшай. Шуға күрә башта Салауат педагогия училищеһында башланғыс кластар уҡытыусыһы факультетында белем ала, ә 2011 йылда М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетын уңышлы тамамлай.
Йәш белгес 2010 йылда Бишбүләк 2-се урта белем биреү мәктәбенә эшкә килә. Күптәргә яңы коллективҡа өйрәнеп китеүе еңел түгел, әммә үҙенең эшенә етди ҡараусы, ҡушылғандарҙы еренә еткереп үтәүсе, аралашыусан Айгөл Мәүлийәр ҡыҙы тиҙ арала үҙ кешегә әйләнә. Ул шулай уҡ уҡыусыларҙың да ихтирамын яулаған. Үҙенсәлекле фән булыуға ҡарамаҫтан, ул башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уята алды. Уҡытыусы булыу һәләте уға тәбиғәттән бирелгән. Уның эш сифаты тураһында, ошо йылдар эсендә уҡыусылары алған бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй. Улар араһында республика, муниципаль район кимәлендәге олимпиада еңеүселәре бар, йыл һайын уҙғарыла килгән «Фатих Карим уҡыуҙары» ла мөһим урын алып тора. Айгөл Мәүлийәр ҡыҙы үҙе лә намыҫлы хеҙмәте һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәхмәт хаты, Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булған кеше.
Ҡатын-ҡыҙ булараҡ та, Айгөл ғаиләһендә һоҡланғыс мөнәсәбәт булдырыу йәһәтенән дә, йортон ҡараулы тотоуҙа ла үрнәк була ала. Ул һөйөклө ҡатын, уңған хужабикә һәм кескәй улы Даниярҙы тәрбиәләүгә яуаплы ҡараған әсәй ҙә ул. Эштәре үтә тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсәһе улдары һәр яҡлап үҫешһен өсөн, күп көс һала: тирә-йүндәгеләргә, милли мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләй, өлкәндәргә ҡарата ихтирамлы булырға өйрәтә.
Бына шундай булып күҙ алдына баҫа хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусы. Үҙ һөнәрен яратып башҡарған кешеләр, ғәҙәттә, танылыу ала, үҙенә һәм башҡаларға файҙа килтерә. Бындай хөрмәткә лайыҡ булыу – иң тәүҙә тирә-йүндәгеләрҙең намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереүе. Айгөл Мәүлийәр ҡыҙына еңел булған эшендә ижади уңыштар, ҡыҙыҡһыныусан уҡыусылар теләйбеҙ.
Фәриҙә ҒИЛЕМЙӘНОВА,
мәғариф ветераны