Дим буйҙары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Апрель 2023, 08:45

Башҡортостан предприятиелары "WorldFood Istanbul" күргәҙмәһенә саҡырыла

Сара 6–9 сентябрҙә Төркиә Республикаһының Истанбул ҡалаһында үтәсәк.

Башҡортостан предприятиелары "WorldFood Istanbul" күргәҙмәһенә саҡырыла
Башҡортостан предприятиелары "WorldFood Istanbul" күргәҙмәһенә саҡырыла

Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм ауыл хужалығы сеймалы экспортерҙары быйыл 6–9 сентябрҙә Төркиә Республикаһының Истанбул ҡалаһында үтәсәк “WorldFood Istanbul“ 30-сы халыҡ-ара аҙыҡ-түлек һәм етештереү технологиялары күргәҙмәһендә ҡатнашырға саҡырыла. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

– Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Төркиә Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында 5,6 процент сағыштырма ауырлыҡ менән алтынсы урынды биләй. 2022 йылда Башҡортостан менән Төркиә араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 2021 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда 37,6 процентҡа артҡан. “WorldFood Istanbul” күргәҙмәһендә ҡатнашыу предприятиеларыбыҙға Төркиә партнерҙары менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға, уларҙы етештерелгән продукция менән таныштырырға һәм киләсәктә экспорт килешеүҙәре төҙөргә ярҙам итәсәк, – тип билдәләне Маргарита Болычева.

“WorldFood Istanbul” – аҙыҡ-түлек һатып алыу менән ҡыҙыҡһынған күп һанлы ваҡлап һатыу селтәрҙәре һәм күмәртә предприятиелары вәкилдәре менән туранан-тура бәйләнеш аша һатыуҙы арттырыу, продукцияны рекламалау һәм яңы клиенттар йәлеп итеүҙең һөҙөмтәле ҡоралы.

Күргәҙмә 2023 – 2024 йылдарға халыҡ-ара саралар исемлегенә инә, унда ҡатнашыу өсөн сығымдар “Рәсәй экспорт үҙәге” йәмғиәтенә бирелгән субсидия иҫәбенә финанс яҡтан тәьмин ителергә тейеш.

Финанс тәьминәтенә сығымдар:

  • йыһазландырылмаған күргәҙмә майҙанын ҡуртымға алыу (бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар өсөн һәм был категорияға ҡарамағандар өсөн – 100 процент);
  • төҙөлөш (бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар өсөн 80 процентҡа тиклем, был категорияға ҡарамағандар өсөн 50 процентҡа тиклем);
  • күргәҙмә өлгөләрен килтереү (бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар өсөн 80 процентҡа тиклем, был категорияға ҡарамағандар өсөн – 50 процентҡа тиклем).

Рәсәй экспорт үҙәге менән ҡатнашыу форматы – төбәктән потенциаль һатып алыусылар менән В2В осрашыуҙар, милли коллектив экспозиция ойоштороу. Күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн һылтанма (ссылке) буйынса “Бер тәҙрә” мәғлүмәттәр системаһы ғариза бирергә кәрәк. Ғаризалар 2023 йылдың 9 майына тиклем ҡабул ителә.

Өҫтәмә һорауҙар тыуғанда +7 (905) 780-84-24 телефоны буйынса Мордовина Ольга Вячеславовнаға – “ЭКСПОНИКС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директорына йәки электрон почта адресына – [email protected] мөрәжәғәт итергә.

Белешмә:

Башҡортостан Республикаһының Һәм Төркиә Республикаһының тышҡы сауҙа әйләнеше 2022 йылда, 2021 йыл менән сағыштырғанда, 37,6 процентҡа артҡан, шул уҡ ваҡытта экспорт 31,7 процентҡа, ә импорт 91,2 процентҡа артҡан.

“Рәсәй экспорт үҙәге” йәмғиәте сеймал булмаған экспортҡа ярҙам итеү дәүләт институты (ВЭБ.РФ төркөмөнә инә), Рәсәй экспортерҙарына финанс һәм финанс булмаған ярҙам сараларының киң спектрын күрһәткән компаниялар төркөмөн берләштерә.

Был эшмәкәрлек Рәмәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото һәм мәғлүмәт: Башҡортостан Хөкүмәтенән. 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

bashgazet.ru

Башҡортостан предприятиелары "WorldFood Istanbul" күргәҙмәһенә саҡырыла
Башҡортостан предприятиелары "WorldFood Istanbul" күргәҙмәһенә саҡырыла
Автор:
Читайте нас: