Дим буйҙары
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Апрель 2023, 14:37

Ярлы Кәрим ижадына арналды

Айыт урта дөйөм белем биреү мәктәбендә шиғриәт бәйгеһе үтте.

Ярлы Кәрим ижадына арналды
Ярлы Кәрим ижадына арналды

Ф.Кәрим исемендәге Айыт урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Ярлы Кәрим ижадына арналған шиғриәт бәйгеһе үтте. Унда төрлө мәктәптәрҙән башҡорт телендә шиғыр һөйләүсе уҡыусылар йыйылды.

Сәхнәгә бер-бер артлы сығыусылар (21 уҡыусы) Ярлы Кәрим ижадынан ватансылыҡ, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған шиғырҙар һөйләне. “Мин ҡайттым” тигән исем аҫтында үткән әҙәби конкурстың еңеүселәре билдәләнде: 8 уҡыусы әҫәрҙе яттан белеүе, тасири һөйләүе менән айырылып торҙо. Уларға мең ырыуы йәмәғәт ойошмаһы исеменән Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов һәм мең ырыуы ағзаһы Фәнис Минәхмәт улы Хәлиуллин дипломдар, китаптар тапшырҙы, шулай уҡ башҡа ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы,  мәғариф бүленең Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнде.  

Башҡорт теленә бәйле уҙғарылған бындай сараларҙан республиканың матбуғат хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалмай. Был юлы иһә уҡыусыларҙың сығышын ҡарарға “Аманат” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Нәзир Айрат улы килгәйне. Ә инде, ошондай шиғриәт байрамдарын ойоштороуға булышлыҡ иткәне өсөн, мәктәп директоры Илмир Рәшит улы Шафиҡовҡа “Ҡәнзәфәр бей” миҙалы тапшырылды. Кисә йыр-моң менән тамамланды, филармония артисы Рөстәм Шаһыбаловтың йырҙары, Венер Йылҡыбаевтың ҡурай моңдары күңелдәргә хуш килде.

Ләйлә Ғүмәрова яҙып алды.

Ярлы Кәрим ижадына арналды
Ярлы Кәрим ижадына арналды
Ярлы Кәрим ижадына арналды
Автор:
Читайте нас: