Дим буйҙары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Май 2023, 07:30

Яугир балаларына ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?

Рәсәй мәғариф министры махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың вузда уҡыған балаларына адреслы ярҙам саралары тураһында әйтте. 

Яугир балаларына ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?
Яугир балаларына ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы педагогия йүнәлешендәге юғары уҡыу йорттарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары - студенттар өсөн социаль ярҙам сараларын билдәләргә ҡушты.

Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың студент балаларына адреслы ярҙам күрһәтеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Тәҡдим ителгән социаль ярҙам саралары исемлегенә айлыҡ һәм бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр; дөйөм ятаҡтан йәшәү урыны биреү; торлаҡ бина менән файҙаланған өсөн түләүҙән азат итеү йәки уны кәметеү; әгәр педагогия вузы икенсе ҡалала булһа йәшәгән урынға һәм уҡыған урынға юл хаҡын компенсациялау һ.б. инә.

Шулай уҡ хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән булған студенттар өсөн түләүле белем биреү хеҙмәттәренең хаҡын кәметеү, шул иҫәптән килешеү буйынса түләүҙе бүлеп түләү мөмкинлеге бирелеүе ихтимал.

Бынан тыш, яугирҙәрҙең балаларына педагогия юғары уҡыу йортоноң әҙерлек бүлегендә бушлай белем алыу, шулай уҡ бушлай икенсе урта профессиональ белем алыу мөмкинлеге биреләсәк.

Педагогия вуздарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү буйынса ярҙам сараларын раҫлау һәм маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеүҙәр төҙөүҙә ярҙам күрһәтеү тәҡдим ителә.

Был категорияға ҡараған студенттарға өҫтәмә һөнәри белем биреү мәғариф программалары буйынса бушлай уҡыуға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына (спорт секциялары, бассейндар, тренажер залдары) түләүһеҙ йөрөүгә хоҡуҡ бирелә ала.

Рәсәй Мәғариф министрлығы Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булыусылар иҫтәлегенә университеттарҙа һәм институттарҙа мемориаль таҡтаташтар асырға һәм хәтер аллеялары булдырырға, ә хәрби бурысын үтәгәндә һәм Ватанды һаҡлау буйынса һәләк булғандарҙың исемдәрен Хәтер һәм дан стеналарына ҡуйырға тәҡдим итте.

Студенттарға тәғәйен социаль яҡлау саралары һәм йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү башланғысы “Мәғариф” милли проектында ла (национальный проект “Образование”) төп бурыстарҙың береһе булараҡ билдәләнә. Белеүебеҙсә, был милли проект ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: propostuplenie.ru

bashgazet.ru

Яугир балаларына ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?
Яугир балаларына ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?
Автор:
Читайте нас: