Дим буйҙары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Сентябрь 2023, 10:14

Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә рәхәтлек бирә

Дим урта мәктәбе уҡыусылары мәктәп яны участогында уңыш йыя

Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә рәхәтлек бирә
Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә рәхәтлек бирә

Мәктәп яны участкаһы башҡаларға өлгө булып тора, бында балаларҙы йыл буйына туҡландырыуға етерлек йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Йәйге осорҙа уҡыусылар ял лагерҙарында ял итеү менән бергә, хеҙмәткә лә өйрәнә. Улар баҡсалағы йәшелсәләргә һыу һипкән, сүп үләндәрен утаған. Тейешле тәрбиәләгәнгә күрә, бәрәңгенең дә уңышы мул булған. Себеште көҙ һанайҙар тигәндәй, хеҙмәт итеүҙең емештәрен күреү бигерәк тә һөйөнөслө. Уҡыу йылы дауамында ашнаҡсылар уларҙы тәмле аш-һыу менән һыйлаясаҡ.

https://vk.com/public201675390

Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә рәхәтлек бирә
Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә рәхәтлек бирә
Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә рәхәтлек бирә
Автор:
Читайте нас: