Дим буйҙары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2023, 00:01

Башҡортостандың иң яҡшы участковыйы билдәләнә.

Беренсе урынды алған иң яҡшы ҡала, ауыл участковыйына аҡсалата бүләк тапшырыласаҡ. 

Башҡортостандың иң яҡшы участковыйы билдәләнә.
Башҡортостандың иң яҡшы участковыйы билдәләнә.

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров 2023 йылда «Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы участковый», «Башҡортостан Республикаһында бәлиғ булмағандар эштәре буйынса иң яҡшы инспектор» һәм «Административ күҙәтеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы инспектор» һөнәри оҫталыҡ конкурстарын үткәреү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Унан күренеүенсә, конкурстар ыңғай тәжрибәне таратыу, полиция хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡ кимәлен өҙлөкһөҙ камиллаштырыу, шулай уҡ Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы системаһында полицияның участка уполномоченныйы хеҙмәте ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған юбилей саралары алдынан уларҙы матди яҡтан дәртләндереү өсөн үткәрелә.

Почетлы исемдән тыш, аҡсалата приз фонды ҡаралған. Беренсе урынды алған иң яҡшы ҡала, ауыл участковыйҙарына һәм инспекторҙарына 100 мең һум тапшырыла, икенсе урынға — 75 мең һум, өсөнсө урынға — 50 мең һум. Еңеүселәрҙе Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы сайтында халыҡ тауыш биреүе барышында асыҡлана.

Һөнәри ярыштарҙың положениелары, конкурс комиссияһы составы раҫланған. Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитовҡа йөкмәтелгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-17/luchshemu-uchastkovomu-bashkirii-dostanetsya-denezhnoe-voznagrazhdenie-v-100-tysyach-rubley-3481361

Башҡортостандың иң яҡшы участковыйы билдәләнә.
Башҡортостандың иң яҡшы участковыйы билдәләнә.
Автор:
Читайте нас: