Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар , 12:51

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре тәбрикләнде

Бүләкләнеүселәр араһында Дим урта мәктәбе уҡыусыһы Айгизәр Казанцев та бар.  

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре тәбрикләнде
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре тәбрикләнде

Ошо көндәрҙә Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаға йомғаҡ яһалды.

Олимпиаданың онлайн этабында 700 уҡыусы ҡатнашһа, шуларҙан 300 уҡыусы 1-се турҙы уңышлы үтеп, Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла һынау тотто. Был бәйгелә республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан тыш,  күрше Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстандың район-ҡала этаптарында еңеү яулаған телһөйәр уҡыусылар көс һынашты. Улар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тест, текст буйынса эш башҡарҙы.

Башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусыларҙан 77 кеше призер булған, уларҙың һәр береһенә Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы һәм аҡсалата приз тапшырылған. Бүләкләнеүселәр араһында Бишбүләк районының Дим урта мәктәбе уҡыусыһы Айгизәр Казанцевтың (уҡытыусыһы Раушания Салауат ҡыҙы Тихонова) булыуы ла һөйөнөслө хәл. Башҡалар менән бер рәттән, 10-сы класта белем алыусы егет бирелгән заданиены уңышлы үтәгән.  

Бәйгелә еңеү яулаған Айгизәр Казанцевты һәм уның остазы Раушания Салауат ҡыҙын лайыҡлы еңеүҙәре менән тәбрикләйбеҙ. Артабан да яңы үрҙәр яуларға яҙһын!

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре тәбрикләнде
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре тәбрикләнде
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре тәбрикләнде
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: