Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Март , 21:10

Өлкән быуын – иғтибар үҙәгендә

Аҙнай ауылының өлкән йәштәгеләре диспансеризация үтте

Өлкән быуын – иғтибар үҙәгендә
Өлкән быуын – иғтибар үҙәгендә

Бишбүләк районында «Демография» милли проекты, «Өлкән быуын» программаһы сиктәрендә  65 йәштән өлкәндәр араһында өҫтәмә медицина тикшереүе үткәрелә. Бөгөн, йәғни 13 мартта Аҙнай ауылының өлкән быуын вәкилдәре планға ярашлы тикшереүҙәр үтер өсөн медицина учреждениеһына барҙы.  

Милли проект, үҙәк район дауаханаһы баш табибы тарафынан раҫланған графикка ярашлы, ауылдарҙа йәшәүсе оло быуын вәкилдәрен поликлиникаға алып килү юлы менән тормошҡа ашырыла. Бында улар анализдар тапшыра, белгестәр тикшеренеүе үтә.

Аҙнай халыҡтың сәләмәтлеге һағында тороусы Эльвира Шөғәйепова был турала халыҡты алдан уҡ иҫкәрткәйне. Билдәләнгән ваҡытҡа махсус машина өлкән йәштәге пациенттарҙы килеп алды һәм улар диспансерлаштырыуҙы ойошҡан төҫтә үтте.

-      Бөгөн беҙҙең ауылдан ун кеше тикшеренеү үтте. Халыктың, бигерәк тә өлкән быуын вәкилдәренең һаулыҡ торошон хәстәрләп ойошторолған бындай саралар ваҡытында һәр кемгә консультациялар бирелә, дәуалау курсы билдәләнә, - ти, ауылдың фельдшер-акушеры Эльвира Кәрим ҡыҙы.   

Эйе, йәш барған һайын организмдағы тайпылыштар үҙен һиҙҙертә. Шуға күрә, һаулығыбыҙға иғтибарлы булыу, табиптарға даими күренеп тороу, сирҙәрҙе ваҡытында иҫкәртеү зарур.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА әҙерләне.

Өлкән быуын – иғтибар үҙәгендә
Өлкән быуын – иғтибар үҙәгендә
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: