Дим буйҙары
+9 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Апрель , 14:59

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды

Бишбүләк районынан Рәсәй Ҡораллы Көстәренә 50-нән ашыу кешене саҡырыу планлаштырыла

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды
Хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды

РФ Президенты Владимир Путин армияға яҙғы саҡырылыш тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. «2024 йылдың апрель — июль айҙарында Рәсәй Федерацияһы граждандарын хәрби хеҙмәткe саҡырыу hәм саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәт үткән граждандарҙы хәрби хеҙмәттән азат итеү тураһында» Указға ярашлы рәүештә, бөтә ил буйынса хәрби комиссариаттарҙа хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы менән бәйле саралар башланды. Уларға 1 апрелдән 15 июлгә ҡәҙәр РФ Ҡораллы Көстәренә 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге, запаста булмаған hәм «Хәрби бурыс hәм хәрби хеҙмәт тураһында» Федераль закон нигеҙендә  саҡырылырға тейешле 150 мең кешене саҡырыу бурысы ҡуйылды. Хәрби комиссариатҡа килеү кәрәклеге тураһында повестка саҡырылыусының шәхсән ҡулына тапшырыла, уны алыу өсөн бер кемдең дә хоҡуғы юҡ. 2023 йылдан повесткалар ебәреүҙең яңы ысулдары индерелде: электрон заказ хаты менән «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша, шулай уҡ КФY аша. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ саҡырылыусыларға ла шуны белергә кәрәк: армиянан ҡасып ҡалған өсөн енәйәт яуаплылығы (РФ Енәйәт кодексы 328 статьяһының 1 өлөшө) ҡаралған: 200 мең һумға ҡәҙәр штраф, алты айға ҡәҙәр ҡулға алыу, ике йылға ҡәҙәр мәжбүри эш йәки ирегенән мәхрүм итеү. Армия хеҙмәтенә әҙерлекте тикшереү составында терапевт, окулист, отоларинголог, стоматолог, невролог, хирург hәм психиатр булған медицина комиссияһы билдәләй.

Бөгөнгө көндә армияға алынғанда, район хәрби комиссариатында булып, хеҙмәткә алыу нисек барыуы, хеҙмәт итеү сроктары тураһында һораштыҡ. Шулай итеп, хәрби хеҙмәткә саҡырылыу йәше 18 йәштән 30 йәшкә ҡәҙәр. Хеҙмәт итеү ваҡыты үҙгәрешһеҙ ҡала — бер йыл. Бөгөн хәрби комиссариаттың ике ҡатында ла бик йәнле. Көн һайын (ял көндәренән тыш) хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар йылдар дауамында эшләнгән мәжбүи саралар процедураһын үтә: профессиональ психологик һайлап алыуҙы уҙыу, медицина-врач тикшереүе һәм район саҡырылыш комиссияһы.

Тап бына шулай итеп хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың яраҡлылығы, яңы хәрби хеҙмәткә алынған кеше хеҙмәт итәсәк команда йәки ғәскәрҙәр төрө һәм армия хеҙмәтенә ебәрелеүҙең яҡынса датаһы, шулай уҡ кисектереп тороу һәм запаста булыу өсөн нигеҙ билдәләнә. Быйыл апрель-июнь айҙарында Бишбүләк районынан РФ ҡораллы Көстәренә 50-нән ашыу кешене саҡырыу планлаштырыла.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы Айгиз Вәлиуллин:

— Мин Разиянан. Миңә 19 йәш тулды. Октябрьский нефть колледжының IV курсында уҡыйым. Июнь айында диплом аласаҡмын. Армияла хеҙмәт итeргә теләйем. Мин Росгвардияға эләгеү тураһында хыялланам. Диңгеҙ флотында ла, hауа-космос ғәскәрҙәрҙәрендә лә хеҙмәт итергә теләгем бар. Армияға физик яҡтан әҙермен: турникта 17 тапҡыр күтәреләм, еңел атлетика, волейбол hәм футбол менән мауығам. Беҙҙең ғаиләлә дүрт бала: ике апайым, мин hәм туғаным Алмаз. Туғаным да армия хеҙмәтенә ыңғай ҡарашта. Атайым да армияла булған, ул Байкал аръяғы хәрби округында стратегик билдәләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Спорттан тыш, мин яратҡан ҡыҙым Дианаға атап шиғырҙар яҙырға яратам. Беҙ уның менән инде йыл ярым дуҫ. Диана мине армиянан hис шикһеҙ көтөп аласаҡ.

Владимир СМОЛОВ

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды
Хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: