Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Апрель , 17:41

Шаранда - "Рух майҙаны"

Бөгөн Шаран районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Йәштәр йылы сиктәрендә «Рух майҙаны» күсмә комплекслы сараһы үтте.

Шаранда - "Рух майҙаны"
Шаранда - "Рух майҙаны"

Был сарала Туймазы, Бүздәк, Баҡалы, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Шаран, Благовар райондары һәм Октябрьский ҡалаһы делегациялары менән бер рәттән Бишбүләк районы вәкилдәре лә  ҡатнашты. Йәштәр араһында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы башҡортса квиз уйын ойошторолдо. Ул “Башҡорт мәҙәниәте” темаһына арналды. Уйында ете кешенән торған 9 команда ҡатнашҡан. Һөҙөмтәләр буйынса, 3-сө урынды - Октябрьский ҡалаһы, 2-сене Туймазы районы командалары алды. Конкурстың еңеүселәре итеп Шаран районы командаһы билдәләнгән.

Видеола "Рух майҙаны" күсмә комплекслы сараһында ҡатнашҡан Бишбүләк районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Булат Ноғоманов үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #ҡоролтай #ЙәштәрЙылы

Шаранда - "Рух майҙаны"
Шаранда - "Рух майҙаны"
Шаранда - "Рух майҙаны"
Шаранда - "Рух майҙаны"
Шаранда - "Рух майҙаны"
Шаранда - "Рух майҙаны"
Автор:
Читайте нас: