Дим буйҙары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Апрель , 09:26

Изге эш башҡарҙылар

Аҙнайҙың әүҙем ир-егеттәре ауыл зыяратын төҙөкләндереүҙә ҡатнашты

Изге эш башҡарҙылар
Изге эш башҡарҙылар

Иҫәндәрҙең ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тип, юҡҡа ғына әйтмәгәндер халыҡ. Бик ҙур мәғәнә һалынған был һүҙҙәргә. Ҡәберлектәрҙе таҙартып, зираттарҙы тәртиптә тотоу – иҫәндәрҙең изге бурысы. Фани донъяла ҡунаҡ ҡына икәнебеҙҙе һәр беребеҙ аңлай.

Ошо көндәрҙә Аҙнай ауылы зыяратында ҙур өмә уҙҙы. Ҡоймаларҙы алыштырыу өсөн алдан уҡ халыҡтан аҡса йыйылғайны. Ситтә йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡушылып, кемдең күпме мөмкинлеге бар, аҡса күсерҙе. 

Ауылдың бер төркөм ир-егеттәре бында бер нисә көн эшләне. Сереп, ҡыйшайып бөткән бағаналарҙы һәм иҫке ҡойманы һүтеп алып, уны тимер торбаларға алыштырҙылар һәм яңы сетка тарттырҙылар. Кемдер үҙ техникаһы менән килде, кемдер иретеп-йәбештереү аппараты менән эшләне, шулай уҡ башҡа ир-аттарҙың да ҡулында лом, көрәк кеүек эш ҡоралдары булды.  Өмәнең өсөнсө көнөндә, ҡәҙерлектәрҙе таҙартып, сүп-сарҙы йыйып түгеп, ҡапҡаны ла буяп ҡуйғас, бөтөнләй икенсе төҫ керҙе.  Был изге эшкә ҡушылған ауылдаштарға, ситтән ҡайтып ярҙам итеүселәргә, өмәләселәргә аш-һыу әҙерләүселәргә һәм ошо эшкә ыңғай ҡарап, үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. 

Күптән ниәтләгән эш, ниһайәт, тормошҡа ашты. Әрүәхтар төйәге яңынан кәртәләп алынды.  “Таҙартылған һәм төҙөкләндерелгән зыяратты күреү күңелдәргә яҡты нур өҫтәй”, ти, ауылдаштар.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА әҙерләне. 

Изге эш башҡарҙылар
Изге эш башҡарҙылар
Изге эш башҡарҙылар
Изге эш башҡарҙылар
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: