Дим буйҙары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Август , 13:03

Көмөш ирекмәндәр тулы ҡанлы тормош менән йәшәй

Аҙнай китапханаһының әүҙем уҡыусылары Стәрлетамаҡта үткән төбәк-ара "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" фестивалендә ҡатнашты.

Көмөш ирекмәндәр тулы ҡанлы тормош менән йәшәй
Көмөш ирекмәндәр тулы ҡанлы тормош менән йәшәй

Стәрлетамаҡ ҡалаһында  “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” республика иң яҡшы тәжрибәләр фестиваленең сираттағы зона этабы үтте. Унда 9 район (Стәрлетамаҡ, Ишембай, Бишбүләк, Ғафури, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш) һәм ике ҡала: Стәрлетамаҡ һәм Салауат командалары ҡатнашты.

Барлыҡ ҡатнашҡан командалар ҙа ижади табыштар һәм ҡыҙыҡлы тамашалар күрһәтергә тырышты. Бишбүләк районы исеменән Аҙнай ауыл китапханаһына йөрөүселәр сығыш яһаны,  улар"Һаулыҡ артынан – китапханаға” тигән сығыш әҙерләгәйне. Беҙҙең команда визит таныштырып үтте һәм  китапханала сәләмәтлек, тыуған яҡты өйрәнеү, патриотик-йәһәттән ниндәй эштәр алып барылыуы тураһында видеопрезентация күрһәтте. Әйтергә кәрәк, Аҙнай ауылының актив ҡатын-ҡыҙҙары  махсус хәрби операция зонаһында йөрөүселәргә ҙур ярҙам күрһәтә. Көмөш ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре, посылкалар әҙерләп ебәрә.

– “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” республика иң яҡшы тәжрибәләр фестивале Радий Хәбиров башланғысы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты ял итеүселәрҙә яҡшы тәьҫораттар ҡалдыра. Мөһим социаль әһәмиәткә лә эйә. Ул тыуған яҡты яҡшыраҡ белергә, үҙеңә яңылыҡтар асырға ғына ярҙам итеп ҡалмай, әүҙем ял, аралашыу өсөн дә мөмкинлек тыуҙыра, был оло быуын кешеләре өсөн бик мөһим, – тине жюри рәйесе Рима Рим ҡыҙы Шәйҙуллина.

https://vk.com/biblbib

 

Көмөш ирекмәндәр тулы ҡанлы тормош менән йәшәй
Көмөш ирекмәндәр тулы ҡанлы тормош менән йәшәй
Автор:
Читайте нас: