Дим буйҙары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь , 08:48

Алты ҙур сүплек юҡҡа сығарылды

Улар Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ҡалалары сигендә урынлашҡан ине.

Алты ҙур сүплек юҡҡа сығарылды
Алты ҙур сүплек юҡҡа сығарылды

шҡортостанда “Экология” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проекты буйынса алты законһыҙ барлыҡҡа килгән ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар сүплеген юҡҡа сығарыу буйынса эштәр тамамланды. Улар Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ҡалалары сигендә урынлашҡан ине.

– Был эште беҙ 2022 йылда уҡ башлағайныҡ. Биләмәләрҙә 3,273 миллион куб метр ҡалдыҡтар йыйылған, сүплектәрҙең дөйөм майҙаны 62,8 гектар тәшкил итә ине. Был бик ҙур сүплектәрҙе юҡҡа сығарыу өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса һалынды. Һөҙөмтәлә, позитив экологик үҙгәрештәр республиканың 468 мең кешеһенә ҡағылды, – тине республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов.

Объекттарҙың бөтәһе лә бик ҙур, уларҙа кәмендә 140 мең куб метр ҡалдыҡтар урынлашҡан булған. Проектты тормошҡа ашырған саҡта, подрядсы ойошма дегазация, һыу бүлеү, фильтрлау буйынса инженер системаларын урынлаштырған һәм фильтрацияға ҡаршы экран файҙаланған.

“Экология” милли проекты (национальный проект "Экология") ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыу, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә һауаның бысраныу кимәлен ныҡлы кәметеү, шулай уҡ Рәсәйҙең үҙенсәлекле флора һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

 

Алты ҙур сүплек юҡҡа сығарылды
Алты ҙур сүплек юҡҡа сығарылды
Автор:
Читайте нас: