Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ноябрь , 18:51

Һәр көндө өмөт менән ҡаршылай

Кәрим ауылынан беренсе төркөм инвалиды Язилә Ниғмәт ҡыҙы Бәхтиәрова яҡындарының хәстәрлекле ҡарашын тойоп йәшәй

Һәр көндө өмөт менән ҡаршылай
Һәр көндө өмөт менән ҡаршылай

Тормошобоҙҙағы һау-сәләмәт кешеләр араһында физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә бар. Төрлө йәштәге, төрлө яҙмышҡа дусар булгғн инвалидтар улар. Кәрим ауылында йәшәүсе Язилә Бәхтиәроваға ла Хоҙай Тәғәлә ауыр һынауҙар ҡуя. Күңел ҡанаттарын һындырған ул көндән шаҡтай һыуҙар аҡҡан.

1947 йылдың 4 апреленда Мулланур Вәхитов ауылында ишле ғаиләлә донъяға ауаз һала ул. Шул осораҙағы тиңдәштәре кеүек, бик иртә хеҙмәт юлын башлай: фермала һыйыр һауырга керешә.

- Ул саҡта колхоздарҙың шәп сағы, яланда көтөү-көтөү мал йөрөр ине. Фермала ун биш-егерме һыйырҙы ҡул менән һауҙыҡ, һин тип тормайҙар, өйрәтеү өсөун бишәр тана бирәләр ине. Йәйгеһен йәйләүҙә ҡуна ятып эшләнек, буш ваҡытта ҡул эштәре тоттоҡ, үҙемә айырыуса сигеү оҡшай ине. Барыбыҙ ҙа йәш һауынсылар, кистәрен яныбыҙға егеттәр килә, мин дә Айыт егетенә кейәүгә сыҡҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым, - тип йылмая ул, йәшлек йылдарын иҫкә алып. 

Йәш ғаилә Айыт ауылында төпләнә.  Тырышып донъяя көтөргә керешкән йәштәр йорт һала, бер аҙҙан беренсе сабыйҙарын ҡулдарына ала бәхетле атай менән әсәй. Ауылдың башҡа ғаиләләре кеүек, улар ҙа көндәлек эш-мәшәҡәттәр менән йәшәйҙәр.  Ул осорҙа йәш әсәйҙәргә әлегеләй оҙаҡ ваҡыт декрет ялында ултырыу тәтемәй, Язилә апай ҙа бер аҙҙан йәнә фермаға эшкә төшә.

- Мин ғаиләлә икенсе бала, әсәйем мине табырға йыйылған ваҡытта ҡаты ауырып китә. Баланан иҫән-имен бушанһа ла, үҙе, үкенескә күрә, аяғына баҫа алмай. Кеше ярҙамынан башҡа бер көн дә тора алмаған әсәйҙемде лә, ағайым менән мине лә өләсәйебеҙ Гәүһәръямал (Дилмөхәмәтова) тәрбиәләп үҫтерҙе, аҡыллы кәңәштәре өсөн уға әле булһа  рәхмәттәр уҡыйбыз, - дип әңгәмәне дәвам итә 58 яшьлек Рита Мәғсүм ҡыҙы. – Туғандары ла һәр ваҡыт ярҙам итеп торҙо, әсәйемде ҡараштылар беҙҙе үҫтергәндә, өләсәйҙе лә ярҙамдарынан ташламанылар.  

Башҡалар кеүек, балаларын ел-ямғыр тейҙермәй генә үҫтерергә тура калмәй әсәй кешегә. Ете ай буйына урын өҫтөндә ятҡан сырхауҙы, дауалау ниәте менән ағаһы Дүшәмбе ҡалаһына алып китә, бер йыл дауаланғандан һуң, Язилә Ниғмәт ҡыҙы ултыра башлай, әммә врачтарҙың диагнозы аяуһыҙ була: бер ҡасан да аяғыңа баҫа алмаясаҡһың, тиҙәр улар.

Һыҙланыуҙар, йоҡоһоҙ төндәр, йәнен өткән өмөтһөҙлөк  – былар инде артта          ҡалған.  Беренсе төркөм инвалиды Язилә Бәхтиәрова бөгөн Кәрим ауылында ҡыҙы һәм кейәүе тәрбиәһендә йәшәй.

- Һөнәр һайлар мәл еткәс, һис икеләнмәйенсә, документтарымды Бәләбәй медицина училищеһына тапшырҙым, ҡулыма диплом алғас, ҡаланың бала табыу йортонда акушерка булып эшләнем. Әсәйемде ҡарарға кәрәк булғас, ирем Рузил менән кәңәшләшеп, Кәрим ауылына ҡайттыҡ. Яңы йорт һалып сыҡҡансы шаҡтай ваҡыт уҙҙы. Үҙем тыуған ауылымда 38 йыл шәфҡәт туташы булып эшләйем, күрше Вәхит ауылы халҡын да хеҙмәтләндерәм, - ти оптимист ҡарашлы, изге күңелле Рита ханым.

Вәлиәхмәтовтарҙың йорто заманса йыһазландырылған – яңы йыһаздар, заманса телевизор бар, ә тәҙрә төптәрендә хужабикәнең яратҡан гөлдәре үҫеп ултыра. Был иркен һәм яҡты йортта Язилә апайҙың үҙ бүлмәһе. Бында нисәмә йылдар урын өҫтөндәге ауыру икәнлеге һиҙелмәй ҙә: һәр ерҙә бөхтәлек, тәртип. Әсәһенең хәле ауырайып китһә, ҡыҙы Рита уколын да ҡаҙай, системаһын да ҡуя, көн йәки төн булһынмы, янында дежур тора. Иң мөһиме – әсәһе бар. Йөрөй алмаһа ла, һөйләшергә, кәңәшләшергә ҡыҙына ҙур иптәш.

- Беҙ әсәйҙе бала саҡтан шулай күреп өйрәнгәнбеҙ. Үҙебеҙҙе белә-белгәндән уны шулай тәрбиәләнек һәм әле лә шулай тейеш  тип, һис тә ауырһынмайынса ҡарайбыҙ. Беҙҙең әсәй түшәктә булһа ла, эшһеҙ ултырманы, ул ҡул эштәренә оҫта ине, кофта-башлыҡтар, ойоҡбаш-тапочкалар бәйләп тә, сигеү сигеп тә аҡса эшләне. Әле дә ул донъла барған мөһим ваҡиғалар менән танышып тора, БСТ каналынан күңеленә оҡшаған тапшырыуҙарҙы ҡарай, эштән ҡайтҡас барыһын да миңә һөйләй. Әсәйем минең сабыр ҙа, аҡыллы кәңәшсе лә, - ти, әсәһенең тормошон хәленән килгәнсә еңеләйтергә тырышып йәшәгән ҡыҙы. 

Язмышы тураһында һөйләгәндә Язилә апай күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Тормоштоң кескәй генә шатлыҡтарын да күрә белеп, ауырлыҡтарға бирешмәй йәшәгән быуын вәкиле ул.

- Ҡыҙымдың эше тығыҙ, уны минән башҡа ла бихисап ауырыуҙар көтөп тора, шулай ҙа ваҡытында ашата, дарыуҙарҙы бирә, нимә  ашарға ярай-ярамай икәнлеген әйтә. Кейәүем Рузил менән улар бөгөн дә ҙур хужалыҡ тоталар, шулай булғас, ите, һөтө-ҡаймағы үҙебеҙҙеке. Ейәнсәрем Регина менән ейәнем Руслан балалары менән тыуған йортҡа йыш ҡайтып тора. Улар бында булғанда, миңә дә тынысыраҡ, - ти даими тәрбиәгә мохтаж булған өлкән быуын вәкиле.

- Сиргә лә өйрәнеп була икән, - тип йылмая Рита Вәлиәхмәтова. – Айыт стационар дауаханаһынан табиптар килеп, даими тикшереп тора. Әсәйемдең 37 йыл дауаханала ятҡаны юҡ, шулай ҙа бер ваҡыт үт ҡыуығы һәм бауыры ауыртып, ныҡ ҡына сирләп алды. Дауалағас, был сирҙәрҙе лә еңеп сыҡтыҡ. Биш йыл элек ағайым Радикты юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙек.  

Язилә Ниғмәт ҡыҙының сәләмәтлеге шәптән булмаһа ла, яҡындарының хәстәрлекле ҡарашы яңы көнгә өмөт менән бағырға ярҙам итә. Ә яҡындарың булыуы – тормошта үҙе бер оло бәхет ул. Һәм яҡындарыңдың мәрхәмәтле мөнәсәбәте бер ни менән дә сағыштырмаҫлыҡ ҡиммәткә эйә.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

Һәр көндө өмөт менән ҡаршылай
Һәр көндө өмөт менән ҡаршылай
Һәр көндө өмөт менән ҡаршылай
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: