Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Ғинуар , 21:18

Барыһы ла Еңеү өсөн...

Бишбүләк мәсетендә "Изгелек" төркөмө хәрби операцияла йөрөүсе яугирҙәргә даими ярҙам итә

Барыһы ла Еңеү өсөн...
Барыһы ла Еңеү өсөн...

Бөгөнгө көндә мәҙәниәт усаҡтары, мәктәптәр һәм башҡа ойошмалар үҙҙәренең ҡәҙимге эшен генә башҡармай. Күптән инде бында ирекмәндәр махсус хәрби зонала йөрөүсе яҡташтарыбыҙ һәм башҡа яугирҙәр өсөн ҙур эш башҡара. Тәүгеләрендә ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, маскировка селтәрҙәре үрһәләр, икенселәрендә алғы һыҙыҡтағылар өсөн гуманитар ярҙам йыйыла, кәрәк-яраҡ әйберҙәр туплана, аш-һыу йыйылмаһы әҙернләнә. Бишбүләк ауылының мәсетендә лә бер йылдан ашыу "Изгелек" ирекмәндәр төркөмө эшләй.

Ошо көндәрҙәр муниципаль хәкимиәте башлығы Артур Мөхлис улы район үҙәгендәге мәсеттә булды. Район етәксеһе әйтеүенсә, был ойошманы, тәүге көндәрҙән үк, Петрова Рәсимә Әйүп ҡыҙы етәкләй. Көн һайын тиерлек 30-ҙан ашыу ҡатын-ҡыҙ һурпа йыйылмалары, шифалы үлән сәйҙәре әҙерләү, билмәнн яһау, йәшәү беләҙектәрен әҙерләү, аҡса һәм матди ярҙам йыйыу өсөн бергә йыйыла. Быларҙың барыһын да улар махсус операция үткәреү зонаһына ебәрә. Улар барыһы ла беҙҙең районда әүҙем һәм битараф булмаған, тыуған төйәгебеҙ һәм ҙур илебеҙ өсөн күңел һәм күңелдәре менән борсолған кешеләр. 

Бөгөн ил яҙмышына битараф булмаған һәр кем МХО-лағыларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, ауылда йәшәүселәрҙән кемдәрҙер ит, йәшелсә килтерә, икенселәр туҡмас киҫеп алып килә. йылы кейемдәр ҡалдыра. Тилбер ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар һәр башҡарған эштәренә доғаларын һәм күңел түрендәге изге теләктәрен ҡушып, һәм тиҙ арала тыныслыҡ, урынлашыуын теләй. 

Фотолар "Бөтәһе лә Еңеү өсөн" сайтынан алынды

Барыһы ла Еңеү өсөн...
Барыһы ла Еңеү өсөн...
Барыһы ла Еңеү өсөн...
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: