Бишбүләк районының Бикҡол ауылында йәшәүсе Мансур Тимерхан улы менән Зөлхиҙә Ишмөхәммәт ҡыҙының бергә яҙмыш елдәренә бирешмәй,ҡулға-ҡул тотоношоп, оло тормош юлын бергә үтеп, һоҡланғыс ғүмер итеүҙәренә 8 февраль көндө 50 йыл тула.
Зөлхиҙә Ишмөхәммәт ҡыҙы Бишбүләк районының Ҡаныҡай ауылында тыуып үҫкән. Урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Свердловск өлкәһенең һөнәрлек техникумына уҡырға инә. Каникулға ҡайтҡан мәлдә армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан Мансур Тимерхан улы менән осрашып таныша.
Йәштәр оҙон-оҙаҡҡа һуҙмайынса бер аҙҙан гөрләтеп туй яһап ебәрәләр. Улар Бикҡол ауылында ата-әсәләре янында төпләнә. Мансур Сәғҙиев ауылда
булып эшләй башлай һәм лмеханизатор булып урынлаша, кәләше Зөлхиҙә Салауат Юлаев колхозында ашнаҡсы булып эшләй. Ауыл эшсәндәре еҙмәттәрендә хөрмәт ҡаҙанып, һәр саҡ алдынғылар сафында булдылар. Улар бик күп маҡтау грамоталарына лайыҡ булылар.
Ғаиләне тулыландырып, бер бер артлы улдары Зәфәр, ҡыҙҙары Гөлдәр һәм төпсөктәре Илсур тыуа. Ғаиләне туйындырыр, балаларын аяҡҡа баҫтырыр өсөн Мансур Тимерхан улы оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләне. Бөгөнгө көндә оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, уларҙы әле лә йә колхозға, йә фермер хужалыҡтарына эшкә саҡырыусылар табылып тора. Уңған ашнаҡсы Зөлхиҙә Ишмөхәммәт ҡыҙының әле лә өҫтәле милли аштарҙан, тәмле ризыҡтарҙан һығылып тора. Туған-тыумасалары, күрше-тирәләре, ауылдаштары һәм дуҫтары өсөн йорттарының ишеге һәр саҡ асыҡ.
Сәғҙиевтарҙың бер ҡаытта ла эшһеҙ ултырғанын күрмәҫһең. Йәй көндәрендә баҡса эштәре менән мәшғүлдәр: күпләп емеш –еләк йәшелсә үҫереп, мул уңыш алалар, уларҙан ҡайнатма, салаттар яһайҙар. Һыйыр малын да ишле тоталар. Яҙ етеү менән ҡаҙ , өйрәк, тауыҡ себештәре алып үҫтерәләр. Татыу, ишле берҙәм ғаилә өсөн тик ҡыуаныс ҡына. Балалары үҫеп буй еткергән, барыһы ла юғары белемле, ғаиләле. ә ҡәҙерле атай-әсәй, тоғролоҡ, дуҫлы өлгөһө. Бер-берегеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп йәшәйһегеҙ. Киләсәктә лә күркәм мөнәсәбәттәрегеҙҙе һаҡлағыҙ. Барыһы өсөн дә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ғаилә байрамығыҙ, алтын юбилейығыҙ менән һеҙҙе! Йылдар дауамында бер береһенә үрелеп, нығынып үҫкән имәндәр кеүек, һәр ваҡыт бер-берегеҙҙе яратып һәм хәстәрләп, ныҡлы ғаилә булып йәшәгеҙ. Байрамығыҙ ҡотло булһын!
Иң изге теләктәр менән улдары Зөфәр, Илсур, ҡыҙҙары Гөлдәр, килендәре Лилиә, Светлана, кейәүҙәре Альмир, ейән-ейәнсәрҙәре Ғалим, Эмир, Камилла, Алина, Самира һәм Сабина ҡотлай һәм матур теләктәрен еткерә.