Әсә телен сылтырап аҡҡан шишмәгә, яҙ көндәре шашып һайраған ҡоштар моңона тиңләп була. Туған тел тураһындағы мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрәйек әле:
Тел — күңелдең көҙгөһө.
Тел — ҡылыс: тейешһеҙ ерҙә тый, тейешле ерҙә ҡый.
Әҙәмдең күңеле менән теле бер булһын.
Бит күрке — күҙ, тел күрке — һүҙ.
Телдең зиннәте — тура һүҙ.
Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел.
Татлы тел таш ярыр.
Теле барҙың иле бар.
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр.
Телең һөйләһен, ҡулың эшләһен.
Көйҙөргән дә - тел, һөйҙөргән дә - тел, көлдөргән дә - тел, бөлдөргән дә - тел.
Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.
Әсә теле бер була.
Иләк һорарға ла тел кәрәк.
Сәсән барҙа телең тый, оҫта барҙа ҡулың тый.
Һыйларға һыйың булмаһа ла, һыйпарға телең булһын.
Ҡул яраһы китер, тел яраһы китмәҫ.
Телһеҙ кеше — ярты кеше.
Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн һәр беребеҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек, уны ҙурлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек!