Бөгөн беҙ бихисап халыҡтарҙы һәм мәҙәниәттәрҙе берләштергән уникаль мираҫы булған илдә йәшәйбеҙ.
Халыҡтар берҙәмлеге йылы – төрлө милләт һәм дин вәкилдәренең берләшеүе, бер үк тарих, бер үк ер, бер үк Ватан кешеләре булыуыбыҙҙы тойоу һәм ғорурланыу, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ кеүек төшөнсәләрҙе бойомға ашырыу өсөн тағы ла бер сәбәп ул.
Беҙҙең районыбыҙҙа егерменән ашыу милләт вәкилдәре йәшәй. Был байрамда уларҙың һәр береһе үҙенең үҙенсәлекле мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм аш-һыуын күрһәтте. Күңелле көй-моңдар аҫтында милли уйындар ойошторолдо,
Илебеҙҙең көсө - халҡында, татыу ғаиләләрендә. Һөйөү, йылылыҡ булған ерҙә балалар бәхет тойоп үҫә. Татыу ғаиләләр йәмғиәтебеҙгә ҡот, йәм өҫтәй. Ошондай ғаиләләр беҙҙең арала ла күп. Билдәле булыуынса, "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" республика конкурсының миниципаль этабы үткәйне. Ошо бәйгелә ҡатнашҡан һәм еңеү яулаған ғаиләләргә район хәкимиәте исеменән бүләктәр тапшырылды.
Халыҡтар берҙәмлеге йылы - төрлө милләт вәкилдәренең берләшеүе, бер үк тарих бер үк Ватан кешеләре булыуыбыҙҙы тойоу һәм ғорурланыу, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, шәфҡәтлелек, излелек кеүек төшөнсәләрҙе бойомға ашырыу өсөн тағы ла бер сәбәп ул. Был йылда яҡындарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙға, беҙҙе уратып алған кешеләргә изгелек, шатлыҡ өләшәйек, улар тураһында хәстәрлек күрәйек! Алдағы көндәрҙә тыныслыҡта һәм именлектә йәшәргә яҙһын!