Дим буйҙары
+23 °С
Ясно

Республикала 8,5 мең МХО яугире медицина ярҙамы алған

Быйыл Башҡортостанда 8,5 меңгә яҡын МХО ҡатнашыусыһы медицина ярҙамы алған. 300 яугир реабилитация курсы үткән, тип һөйләне Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев.

Республикала 8,5 мең МХО яугире медицина ярҙамы алғанРеспубликала 8,5 мең МХО яугире медицина ярҙамы алған
Республикала 8,5 мең МХО яугире медицина ярҙамы алған

Килсенбаев билдәләүенсә, МХО яугирҙәрен реабилитациялауҙа Республика һуғыш ветерандары госпитале әһәмиәтле роль уйнай. 2025 йылда ул яугирҙәрҙе реабилитациялауҙы ойоштороу буйынса Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды. Госпиталь заманса юғары технологик ҡорамалдар һәм роботлаштырылған системалар менән йыһазландырылған.

«Табиптарҙың мультидисциплина бригадаһы (травматологтарҙан алып психологтарға тиклем) пациенттарҙы һауыҡтырыуға күп көс һала. Һәр яугир өсөн индивидуаль дауалау картаһы әҙерләнә, ә пациент дауахананан сыҡҡандан һуң да шөғөлләнә алһын өсөн һаулыҡты тергеҙеү технологияларына өйрәтеү мөһим этапҡа әүерелә. Беҙҙең табиптар өсөн төп һөҙөмтә — инвалид коляскаһында йөрөгән яугирҙәрҙең үҙ аяғы менән ҡайтып китеүе», — тип билдәләне Урал Килсенбаев.

Республика һуғыш ветерандары госпитале 2023 йылдың ноябрендә яраланған яугирҙәрҙе эвакуациялағанда һәләк булған хирург Михаил Каменевтың исемен йөрөтә.

https://bash.bashinform.ru/news/care/2026-07-17/respublikala-8-5-me-mho-yaugire-meditsina-yar-amy-al-an-4659324

Фото: Эдуард Ҡусҡәрбәков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Автор:
Читайте нас