Дим буйҙары
+31 °С
Ясно
Общие статьи
9 Декабря 2021, 08:58

Мәктәптәрҙе ағастан төҙөйәсәктәр...

Шулай уҡ балалар баҡсаларын да.  

Мәктәптәрҙе ағастан төҙөйәсәктәр...Мәктәптәрҙе ағастан төҙөйәсәктәр...
Мәктәптәрҙе ағастан төҙөйәсәктәр...
Рәсәйҙә төҙөлөш ваҡытын ҡыҫҡартыу һәм объект төҙөүҙең хаҡын 15 процентҡа кәметеү өсөн мәктәптәр, балалар баҡсалары, медицина учреждениелары һәм башҡа социаль-мәҙәни объекттарҙы ағас конструкцияларҙан файҙаланып төҙөргә планлаштыралар. Был хаҡта “Известия” хәбәр итә.
Вице-премьер Виктория Абрамченко тейешле йөкләңмәне Төҙөлөш һәм Ауыл хужалығы министрлыҡтарына ебәргән. Төҙөлөш министрлығында билдәләп үтеүҙәренсә, ағастан күп ҡатлы ҡоролмалар төҙөүҙә хәүефһеҙлек мәсьәләләре алдан уҡ яйға һалынған.

“Дом.рф” башлығы урынбаҫары Антон Финогенов һүҙҙәренә ҡарағанда, күп кенә характеристикалары буйынса ағас ҡоролмалар башҡа материалдарҙан ҡалышмай һәм хатта бетон объекттарынан уҙып та китә, шулай уҡ экологик яҡтан уңайлы мөхит тыуҙырырға ярҙам итә.

Фото: activityedu.ru
Мәктәптәрҙе ағастан төҙөйәсәктәр...
Мәктәптәрҙе ағастан төҙөйәсәктәр...
Автор:
Читайте нас