Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Общие статьи
13 Декабря 2021, 22:04

Иғтибар: QR-кодтарға бәйле яңы мутлыҡ уйлап сығарғандар!

Кибермуттар аҡса урлау өсөн QR-кодтарҙы файҙалана башлаған.  

Иғтибар: QR-кодтарға бәйле яңы мутлыҡ уйлап сығарғандар!Иғтибар: QR-кодтарға бәйле яңы мутлыҡ уйлап сығарғандар!
Иғтибар: QR-кодтарға бәйле яңы мутлыҡ уйлап сығарғандар!

Тәүҙә кешегә, йәнәһе лә, банктан хат килә. Унда кешенең банк аккаунтына башҡа әҙәмдәрҙең инеүе хаҡында хәбәр ителә.

Текста QR-код бар. Кешегә шул QR-кодты сканларға тәҡдим итәләр. Ә QR-кодта һылтанма йәшерелгән. Кеше QR-кодты сканлаған саҡта фишинг сайтына барып сыға. Ресурс иҫке паролде яҙып, уны яңыға алыштырырға тәҡдим итә. Шул мәлдә кешенең банк иҫәбенә муттарға йәшел юл асыла.  

QR-кодтарҙағы һылтанмалар аша бер ниндәй ҙә сайттарға инмәгеҙ, дуҫтар, һаҡ булығыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

ye102.r

Иғтибар: QR-кодтарға бәйле яңы мутлыҡ уйлап сығарғандар!
Иғтибар: QR-кодтарға бәйле яңы мутлыҡ уйлап сығарғандар!
Автор:
Читайте нас